Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
20 Сентябрь 2019, 13:54

Юлдағы торбаны таҙарттылар

Ҡашҡа ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Сания Сәлихова редакциябыҙға шылтыратып, һөйөнөслө хәбәре менән уртаҡлашты.

— Ҡашҡа ауылының Тыныслыҡ һәм Хеҙмәт урамдары киҫешкән ерҙә йырғаҙҙа ямғырлы ваҡытта, бигерәк тә көҙөн һәм яҙын, юлға һыу йыйылып, ошо тирәлә йәшәүселәрҙе йонсота ине. Юлды ремонтлаған ваҡытта һалып ҡалдырған торба тығылыу сәбәпле, был ҡыйынлыҡтар килеп сыға ине. Кисә, ниһайәт, был мәсьәләне хәл иттеләр.

8 сентябрҙә Ҡашҡа ауыл Советына ҡабаттан һайланған депутат Айҙар Әхмәҙишин күршеләре Наил Шәңгәрәев һәм Илнур Минһажев менән торбаны таҙартты. Хәҙер ямғыр һыуҙары йыйылып, ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Ауыл халҡы исеменән был тырыш ир-егеттәргә рәхмәт белдерәм. Шулай, үҙебеҙ йыйылып эшләй алырлыҡ эштәрҙе, мәсьәләләрҙе, ваҡытында хәл итһәк, еңелерәк булыр ине, — тине Сания Зәйнулла ҡыҙы.
Читайте нас: