Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
17 Сентябрь 2019, 17:45

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай

Солтанбәктәр Чернобыль һәләкәте ҡорбандарын иҫкә алды

Радиация авариялары һәм һәләкәттәре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө сиктәрендә Солтанбәк урта мәктәбенең 9-сы, 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары менән Чернобыль һәләкәте темаһына кластан тыш сара үтте. Уҡытыусы Рәмзиә Маусул ҡыҙы Хикмәтова уҡыусыларға Чернобыль фажиғәһе, уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар тураһында һөйләй, бергәләп видеоматериалдар ҙа ҡарайҙар. Уҡыусылар ҙа ошо тема буйынса класташтары алдында сығыш яһай.

Теманы дауам итеп...

1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһында шартлау була. Һауаға 8 тонна радиактив яғыулыҡ фонтаны атыла. Ҙур бәләгә юл ҡуймаҫ өсөн Советтар союзынан хәрби хеҙмәт юлы үткәндәр ярҙамға саҡырыла. Реакторҙағы янғынды һүндереү маҡсатында вертолеттан көнө-төнө ҡом, бор кислотаһын ташлайҙар, көслө нурланыш алалар, яҡын эшләгәндәр бер-нисә көндән нур ауырыуынан һәләк була, ҡалғандары 40 йәшен дә тултырмай яҡты донъя менән хушлаша.
Читайте нас: