Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
26 Август 2019, 12:02

Белем көнөн түҙемһеҙләнеп көтә

Асҡын ауылында йәшәүсе ете йәшлек Рената Садриева I класҡа уҡырға бара.

Беренсе класҡа барыусы бала өсөн 1 сентябрь – тормошондағы әһәмиәтле ваҡиға. Нәҡ ошо мәлдән башлап ул үҙ өҫтөнә бурыстар алырға, үҙ аллы эш итергә өйрәнә.

Асҡын ауылында йәшәүсе Рената Садриева Асҡын 1-се мәктәбенә I класҡа уҡырға бара. Башҡа тиҫтерҙәре һымаҡ Рената ла Белем көнөн түҙемһеҙләнеп көтә. Ата-әсәһе әйтеүенсә, тырыш ҡыҙ һанарға, яҙырға белә. Балалар баҡсаһында төрлө иртәлектәрҙә шиғырҙар һөйләй, йырҙар йырлай, бейей.

— Ҡыҙыбыҙ тыныс холоҡло. Һүрәт төшөрөргә, пластилиндан әүәләп, төрлө һындар яһарға , конструкторҙы һүтеп йыйырға бик ярата. Балаларҙы беренсе синыфҡа оҙатҡан һәр әсәй тулҡынланалыр, тип уйлайым. Ғаиләбеҙ менән мәктәпкә әҙерләндек. Уҡыу кәрәк-яраҡтарын да бергәләп һайлап алдыҡ. Ҡыҙыбыҙҙың уҡырға теләге ҙур, шуға яҡшы уҡыр, тип өмөт итәбеҙ, — ти Ренатаның әсәһе һәм атаһы Юлиә һәм Ринат Садриевтар.

Читайте нас: