Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
26 Август 2019, 12:04

“Ғаилә менән ял” байрамы күңелле һәм файҙалы үтте

Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәгенең төньяк филиалы коллективы ла балаларға һәм ата-әсәләргә бик матур шөғөлдәр, ял минуттары әҙерләгәйне.

Үткән шәмбелә “Ғаилә” үҙәге коллективы ойошторған “Ғаилә менән ял” байрамында яңы уҡыу йылына, бигерәк тә беренсе класҡа барыусылар өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләне.

Байрам сиктәрендә Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәгенең төньяк филиалы коллективы ла “Тиҙҙән мәктәпкә” тигән тематик майҙансыҡ ойошторғайны. Балалар һәм ата-әсәләр өсөн файҙалы кәңәштәр яҙылған буклеттар тараттылар, “Теләктәр һандығынан” һәр кем үҙенә оҡшағанды һайлап алып, асып уҡый алды. Ә бәләкәстәр, кем уҙарҙан, ата-әсәләре менән алтын балыҡҡа күңел түрендәге уй-теләктәрен яҙып йәбештерҙе һәм ғаилә менән иҫтәлеккә фотоға төштө.

Зимфира Нартдинова фотолары.


Читайте нас: