Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
23 Август 2019, 11:08

Солтанбәктәр Рәсәй флагы көнөн оло ғорурлыҡ менән лайыҡлы билдәләне

Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “Сарс” лагерында ойошторолған хәрби-патриотик йүнәлештәге “Йәш спецназсы” сменаһы тәрбиәселәре һәм ял итеүсе балалар менән бергә тәрән йөкмәткеле бай программа әҙерләп сығыш яһаны.

Сара барышында Солтанбәк ауыл Советы хакимиәте башлығы Фәнил Шәрәфетдинов тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһап, Афған һуғышы ветерандарына миҙалдар тапшырҙы. Шулай уҡ балалар өсөн алдан уҡ иғлан ителгән һүрәттәр һәм плакаттар конкурсына йомғаҡ яһап, еңеүселәргә ауыл Советы хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙылар.

Сара барышында балалар был байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы, флаг, башҡа дәүләт символдары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тыңланы, белемдәрен дә һынап ҡараны. Илһөйәрлек, дуҫлыҡ, татыулыҡ рухы менән һуғарылған байрам сценарийын “Йәш спецназсы” сменаһы начальнигы Индира Әсләмова төҙөп, матур итеп алып бара. Афарин, солтанбәктәр! Афарин, балалар!

Читайте нас: