Ришат Марат улы халыҡ менән мәсеттә осрашты, Ҡорбан ғәйете уңайынан ҡотлап, имен, тыныс тормош теләне.
Был көндө ауыл Советында граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо.
Ришат Дихин эш сәфәре ваҡытында мәҙәниәт йортон ҡараны. Бина 1957 йылда төҙөлгән. Шунан башлап капиталь ремонт үткәрелмәгән. Көнгәктә әүҙем һәм йыр-моңға ғашиҡ халыҡ йәшәй, шуға күрә улар өсөн яңы мәҙәниәт усағы бик мөһим.
Шулай уҡ район хакимиәте башлығы “Мөғинов Ф.М.” крәҫтиән (фермер) хужалығында булып, биреләге хәлдәр менән танышты.
Фотолар Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән алынды.