Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
29 Июль 2019, 13:07

Ҡымыҙҙың файҙаһын аңлайбыҙмы?

“Йәйләү” фестиваленә республикабыҙҙың төрлө райондарынан 40-ҡа яҡын ҡымыҙ етештереүсе килгән.

Дәүләкән районының Ҡаҙырғол ауылынан Тимерйәр Килмөхәмәтов 200 баш йылҡы малы аҫрай. Шуның алтмыш башы – бейә.Тәүлегенә 150 -200 литр ҡымыҙ етештерә улар.

Шифалы эсемлекте Талбазы, Булгаков магазиндарында һаталар.

– Халыҡ ҡымыҙҙың файҙаһын яҡшы аңлай, күпләп ала, – ти хужа.

Һүрәттә: Тимерйәр Килмөхәмәтовтың ҡыҙы Миләүшә менән килене Лилиә ҡымыҙ һата.

Автор фотоһы.


Читайте нас: