Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
8 Июль 2019, 19:33

Бөрөлә байрам башланды

Бөрө ҡалаһы бөгөн гөрләй. Әлеге мәлдә ҡаланың төп майҙанына Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан ойошторолған ҙур байрамға халыҡ ағыла.


Әйткәндәй, бөрөләргә тәбиғәт үҙе лә теләктәшлек итә кеүек: һауа торошо яҡшы, ҡояшлы, ямғырҙың әҫәре лә юҡ.


Әлеге мәлдә майҙанда йәрминкәләр, күргәҙмәләр гөрләй. Башҡорт, рус, мари, сыуаш, удмурт халыҡ көйҙәре һәм йырҙары яңғырай. Милли кейемдәге ҡатындар үҙ халыҡтарының кәсептәренә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Ҡул эштәре йәрминкәһе лә күптәрҙе йәлеп итә.


Сараның программаһы бик бай һәм күңелле. Өлкәндәр өсөн дә, балаларға ла ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләргә, республикабыҙ, илебеҙ өсөн лайыҡлы граждандар үҫтергән ата-әсәләргә ҙур наградалар һәм бүләктәр тапшырыласаҡ бөгөн.

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА. Бөрө ҡалаһы.

Читайте нас: