Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
8 Июль 2019, 17:00

Асҡын районы Солтанбәк мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Бер быуатлыҡ белем усағын юбилейы менән ҡотлап, элекке уҡыусылары, һөнәри ғүмерҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлап, лайыҡлы ялға сыҡҡан ветеран педагогтар йыйылды.

Солтанбәктәр бер быуатлыҡ юбилейға етди әҙерләнгәйне. Ауылға инеү менән балҡып ултырған белем усағы төрлө төҫтәге сағыу шарҙар менән биҙәлгән, әллә ҡайҙан ҡунаҡтарҙы саҡырып, сәләмләгән баннерҙар эленгән, аҡҡоштар һымаҡ ап-аҡтан кейенгән алсаҡ йөҙлө уҡытыусылар, сәскәләр, шарҙар тотҡан уҡыусылар сараға йыйылыусыларҙы ҡаршылап торҙо.

Мәктәп ихатаһында бығаса булмаған йәнлелек - төрлө йәштәге кешеләр гөж килде. Был иртәлә нисәмә йылдар дауамында күрешмәгән һабаҡташтар табышып, күрешеп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, ҡасандыр үҙҙәренә белем биргән уҡытыусылары менән осрашып, хәтирәләр яныртты.
Читайте нас: