Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
2 Июль 2019, 18:17

Яуаплы һәм талапсан етәксе Рөстәм Ишмакаев тураһында

Мишкә районында иң ҙур ауыл биләмәһе булып Мишкә ауыл Советы биләмәһе тора. Район үҙәге Мишкә, Ленинское, Яңы Васькин, Иҫке Васькин, Ҡыйғаҙытамаҡ, Яңы Ключево һәм Восход ауылдарын үҙ эсенә алған ауыл биләмәһен тынғыһыҙ, талапсан, ғәҙеллекте, ябайлыҡты беренсе урынға ҡуйған йәш егет Рөстәм Әҙеһәт улы Ишмакаев етәкләй.
Рөстәм Әҙеһәт һәм Әлфиә Ишмакаевтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, 2005 йылда Бөрө социаль-педагогия академияһына уҡырға инә. Уҡыу йортон тамалағас уны Мишкә ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары итеп эшкә саҡыралар. Эшен бик яратып башҡара ул. Тырыш егет белемен камиллаштырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, артабан БДУ-ның юридик факультетын тамамлай.

Һәр эшен еренә еткереп башҡарған, белемле, яуаплы егетте тиҙ арала күҙ уңына алалар, халыҡ та үҙ итә. 2015 йылда уға Мишкә ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын йөкләтәләр. Эше ауыр, тынғыһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Рөстәм Әҙеһәт улы үҙ вазифаһын еренә еткереп башҡара. Дүрт йыл эсендә ауыл биләмәһендә күп эштәр башҡарылды: ауылдар күҙгә күренеп төҙөкләнә, урамдарға яңы юлдар һалына, уларҙы яҡтыртыу кеүек проблемалар хәл ителә. Район үҙәгендә “Әсә һәм бала” ял итеү паркы барлыҡҡа килде. Әлеге ваҡытта сүп-сар йыйыу мәсьәләһе яйға һалына.

Һәр кешенең проблемаһын хәл итергә тырышҡан, һәр береһенең тәҡдимен тыңлай белгән йәш етәксе халыҡ араһында абруй яуланы. Эшенең һөҙөмтәһе булып ауыл биләмәһенең бер нисә йыл рәттән район хакимиәте тарафынан иғлан ителгән “Иң яҡшы ауыл биләмәһе” конкурсында I урын яулауы торалыр.

— Мишкә ауыл биләмәһе – район йөҙө, тиһәк тә була. Шуға күрә һәр ваҡыт һәр ерҙә тәртип булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Халыҡ менән бергә булғанда, уларҙың тауышын ишетә белгәндә генә был яуаплы вазифаны уңышлы башҡарып була. Халыҡ миңә ышаныс белдергән икән, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау, йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын, — ти Рөстәм Ишмакаев.

Рухлы егет халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау, үҫтереү буйынса ла күп эштәр башҡара, был йәһәттән ҙур ярҙам күрһәтә. Күптән түгел ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Читайте нас: