Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
19 Июнь 2019, 17:08

Асҡын районы Ҡаракүл ауылында үткән байрам күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр


Асҡын районының Ҡаракүл ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте

Матур урман ҡосағында урынлашҡан Ҡаракүл ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Кистән ямғыр яуып бер аҙ күңелдәрҙе төшөрһә лә, иртән аяҙлатып, ҡояш сыҡты, көн бик матур булды. Байрамға сығыштары менән Ҡушкүл, Ҡаракүл, Солтанай ауылдарынан булып, әлеге көндә төрлө ерҙәрҙә йәшәгәндәр, күрше-тирә район, ауылдарҙан бихисап ҡунаҡтар килде.

Сараны тыуған ауыл тураһындағы матур йыр менән Солтанай мәҙәниәт йортоноң “Һандуғас” вокаль коллективы асты. Алып барыусылар Илсур Ғилфанов менән Земфира Сәлимгәрәева байрамға килеүселәрҙе рәхәтләнеп ял итергә, яңғыраясаҡ яңы йырҙар менән танышырға саҡырҙы. Артабан ҡунаҡтарҙы Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алһыу Йосопова сәләмләне.

— Ауылдаштарҙың, ситтә йәшәүселәрҙең теләге буйынса яҙғы эштәрҙе тамамлағандан һуң бына “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйылдыҡ. Яубүләк ауыл Советы биләмәһенә ете ауыл ҡарай. Барлығы 384 хужалыҡ иҫәпләнә. Өс ФАП, ике почта элемтәһе бүлексәһе, ике мәҙәниәт йорто, ике китапхана, өс мәктәп, балалар баҡсаһы урынлашҡан. Шулай уҡ дүрт магазин, ике мәсет, “Ғүмәров”, “Ғәйҙуллин” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары уңышлы ғына эшләп килә. Ҡаракүл һәм Ҡушкүл ауылдары халҡы асыҡ йөҙлө, оҫта ҡуллы, уңған. Байрамға ла берҙәм көс менән әҙерләндек. Артабан да шулай йәшәгән еребеҙҙе йәмләндереп, әйләнә-тирәбеҙҙе төҙөкләндереп, татыу ғүмер итәйек, — тип барыһына ла күңелле ял теләне Алһыу Рәфит ҡыҙы.

2018 йылдың йәйендә, ниһайәт, Ҡаракүл һәм Ҡушкүл ауылдары халҡының күптәнге хыялы тормошҡа ашты — юллы булдылар. Хәҙер элекке кеүек яҙлы-көҙлө машина этеп, трактор менән тарттырып, батҡаҡ йырып йәйәү йөрөмәйҙәр. Ауылға ҡунаҡҡа ҡайтыусыларға ла бик уңайлы. Ә уйлап ҡараһаң, нисә быуын бала ошо юлһыҙ ауылда үҫте, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан Солтанай, Асҡын ауылдарына йөрөп уҡыны. Аллаға шөкөр, хәҙер ул саҡтар артта ҡалды, бирелә йәшәүселәрҙең ҡыуанысы сикһеҙ. Алһыу Рәфит ҡыҙы байрамға килгән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Вадим Мөғтәбәровҡа, ошо ҙур проблеманы хәл итеп, бирегә юл төҙөгәндәре өсөн “Уралуниверсалстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Венер Гәрәевҡа һәм уның хеҙмәткәрҙәренә Яубүләк ауыл биләмәһе хакимиәте, Ҡушкүл, Ҡаракүл ауылдары халҡы исеменән оло рәхмәттәрен еткерҙе. Ә Вадим Сәфәрғәли улы менән Венер Фиҙаил улы халыҡты байрам менән тәбрик итеп, юлды һаҡларға кәрәклеген билдәләп, хәйерле юлдар һәм тыныс, имен тормош теләне. Венер Гәрәев менән ауыл биләмәһенең 3-сө округ депутаты Илдар Ғилмияровҡа Яубүләк ауыл Советының Рәхмәт хаты тапшырылды.

Ҡушкүл ауылында тыуып-үҫеп Асҡында ғүмер итеүсе Фәүхетдин Фәтхуллин, ошо ауыл биләмәһенең 2015-2018 йылдарҙағы башлығы Гүзәл Ғәниева, ауыл старостаһы Нәзир Әмиров та ауылдаштарына матур теләктәрен еткерҙе. Сығыштарҙан һуң байрам бай йөкмәткеле концерт программаһы менән дауам итте. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Зәнилә Рыбина, Ирина Струкачева, Земфира Сәлимгәрәеваның, шулай уҡ үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы Сәриә Ханжинаның, Солтанай мәҙәниәт йортоноң “Һандуғас” вокаль коллективының моңло йырҙарын тамашасылар алҡыштарға күмде. Хореограф Урал Мансуровтың, “Радуга” бейеү коллективы солисы Нурия Әхмәҙуллинаның дәртле бейеүҙәре лә байрамға йәм өҫтәне. Солтанай егеттәре Элвин Шәйхетдинов, Айдар Исламшин, Айсур Нурғәлиев та матур йырҙар бүләк итте. Байрамды тыуған ауыл, тыуған нигеҙ тураһындағы матур шиғырҙар, күңелгә үтеп инерлек нәфис һүҙҙәр менән Илсур Ғилфанов һәм Земфира Сәлимгәрәева алып барҙы.

Өлкәндәр концерт ҡарағанда балалар ҙа рәхәтләнеп күңел асты. Яубүләк ауылынан Светлана Шәйхинурова менән Яңы Ҡарткиҫәктән Гөлсинә Ғәләүетдинова бәләкәстәр өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ойоштороп, бүләктәр өләште.

Байрам үткән туғайҙа сауҙа ла гөрләп торҙо. Яҡын-тирә ауылдарҙан килгән шәхси эшҡыуарҙар үҙҙәренең продукцияһын һатты. Ошо ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары көсө менән тышҡа әҙерләнгән ҙур өҫтәл ҡамыр аштарынан һығылып тора ине. Теләгән һәр кеше килеп ҡайнап ултырғантәмле самауыр сәйе эсеп, ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Өҫтәлгә матди ярҙам күрһәтеүселәр ҙә булды. Мәҫәлән, Асҡындан Фоат Фәтхуллин ашҡа ит һатып алыу өсөн биш мең һум аҡса бирҙе.

Был көндө Солтанай һигеҙ йыллыҡ мәктәбен 50 йыл элек тамамлаған класташлар осрашып, мәктәп йылдарын һағынып иҫкә алды.

— 1969 йылда Солтанай мәктәбен туғыҙ малай һәм бер ҡыҙ тамамлаған инек. Класс етәксебеҙ Рәйсә апай Ғәлимйәнова, мәктәп директоры Мәсхүдә апай Арысланова ине. Күптән күрешкәнебеҙ юҡ. Һағындырған. Ҡаракүлдә байрам буласағын ишеткәс атап ҡайттыҡ. Аралар һыуынмаһын, дуҫлыҡ-танышлыҡ юғалмаһын өсөн бындай байрамдарҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк. Бөгөн күпме туғандарҙы, дуҫтарҙы осраттыҡ, рәхәтләнеп аралаштыҡ, матур концерт ҡараныҡ. Байрам бик оҡшаны, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт әйтке килә, — тип үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште Нефтекама ҡалаһынан ҡайтыусы Фринат Йәүҙәт улы. Ул сараға тормош иптәше Миңлегөл Абдрахман ҡыҙы менән ҡайтҡайны.

Был матур байрам һәр кемдең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайым. Ул туғандарға, дуҫтарға, ҡунаҡтарға осрашыу һәм аралашыу шатлығы, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте.

Автор фотолары.
Читайте нас: