Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
23 Май 2019, 13:30

Ветеран Әғзәм Хәтмулла улы Хәтмуллин тураһында

Балтас районы Ҡарғалы ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әғзәм Хәтмуллиндың баҡсаһында бик күп балан ҡыуаҡтары үҫә. Әғзәм Хәтмулла улы көҙөн тәлгәш-тәлгәш баландарҙы йыя ла оҙон ҡышты үткәрергә Нөркә ауылына, ҡыҙы Светланаға килә. Ҡыҙы 94 йәшлек атаһын көтөп ала, әхирәттәре — “Гөлбәзир” халыҡ фольклор ансамблендә бергә ижад итеүселәр менән кис ултырып баландарҙы “бүкәнләй”, атаһының һөйләгәндәрен тыңлай, оло кешегә иғтибар һәм хөрмәт күрһәтә. “Балан тиреү” фольклор байрамын ойоштороу теләге лә нәҡ ошо кистәрҙә тыуа.

— Балалар, күңелемде күреүегеҙгә ҙур рәхмәт. Мин инде тыуған ауылымда ғына түгел, районда ла иң өлкән кешеләрҙең береһе. 94 йәш миңә! 1925 йылғы егеттәр ауылда 15-ләп инек. 15-тең етеһе яу ҡырҙарында ятып ҡалды. 17 йәштә армияға киттек. Малайҙар тиҙәр ине беҙгә ул саҡта. 20-лә күпте күреп, күпте кисереп, кинәт олоғайып ҡайттыҡ ауылға. I кластан бер парта артында ултырып уҡыған, бергә армияға киткән ауылдашымды яу ҡырында үҙ ҡулдарым менән ерләргә тура килде. Йәйәүләп Венгрияға, артабан Австрияға барып еттек. Көндөҙ һуғышырға өйрәтәләр, төндәр буйына атлайбыҙ... 1945 йылдың апрель айы ине, ҡаты яраландым. Австрияла госпиталдә өс ай дауаландым. Шөкөр, 1945 йылдың сентябрендә иҫән- имен тыуған ауылыма ҡайтырға насип булды. Ауылда йәшәүселәргә фронттағынан да ауырыраҡ булғандыр. Шул тиклем юҡлыҡ ине. Ике йыл колхозда төрлө эштә йөрөнөм. Унан Стәрлетамаҡта ауыл хужалығы техникумында уҡыным.

Колхозда күп йылдар дауамында агроном, зоотехник булып эшләнем. 50 йәштәр тирәһендә һөнәремде үҙгәрттем: урман хужалығына күстем. 70 йәшемдә генә хаҡлы ялға сыҡтым. Тормош яйланды. Сәләмәтлек зарланырлыҡ булманы. Балалар үҫеп үҙ юлдары менән таралышты. Тормош иптәшем Сафия Исламғәли ҡыҙы менән матур ғына, тыныс ҡына ғүмер иттек. Аҙбар тултырып мал ҡараныҡ. Бергә 65 йыл йәшәнек. Ләкин тормош иптәшем донъя ҡуйҙы. Яңғыҙым ҡалдым. Бик ауыр икән ул яңғыҙлыҡ. Ярай әле күршеләрем бар. Тусыбай ауыл биләмәһе башлығы Йәлил Ғафуров ауылда саҡта ғына түгел, бында, Нөркәгә ҡәҙәр килеп хәлемде белә. Йәйен үҙемә ҡайтам. Бөтә уңайлыҡтар ҙа бар йәшәргә: электр, радио, телевизор, телефон, пенсияны ваҡытында бирәләр. Тормош иптәшем генә юҡ... Ярай әле, балаҡайҙарым, күңелемде күрәһегеҙ, хәлемде беләһегеҙ, — тип ихлас һүҙҙәре менән йөрәктәргә үтеп инерлек итеп һөйләне ветеран.

Өй тулы халыҡ тын да алмай тыңланы уны. Унан ҡулына гармунын алды Әғзәм ағай. Уға йырсылар ҡушылды.

Гармун моңо, халыҡ йырҙары ағылды, хужабикә өҫтәлгә ҡуйған бүкән-бүкән баландар тирелде, таҡмаҡтар, йор һүҙҙәр әйтелде, эштән бушағандар бейеүгә төштө. Мейестә балан бәлеше бешеп сыҡты. Апайҙар емештең файҙаһы тураһында һөйләне, балан һыуынан ауыҙ иттерҙе. Уйын-көлкө, йыр-бейеү оҙаҡ тынманы, балан ризыҡтарынан әҙерләнгән табын гөрләп торҙо. Афарин һеҙгә, “гөлбәзир”ҙәр! 20 йыл дауамында эшләп килгән ансамблде һаҡлаусы, яңынан-яңы саралар ойоштороусы Илүсә Кашаповаға, Гөлназ Шәйбәковаға, уңған хужабикә Светлана Хәфизоваға ҙур рәхмәттәр еткерге килә.
Читайте нас: