Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
8 Май 2019, 13:56

Рәхимйән Хөсәйенов: "Онотолмай һуғыш михнәттәре"

Дәһшәтле яу юлы үткән ветерандарыбыҙ Бөйөк Еңеү көнөн йыл да ҙур тулҡынланыу менән көтөп ала. Оло хөрмәткә лайыҡ яугирҙарыбыҙҙың береһе — Ҡариҙел районында йәшәүсе Рәхимйән Хөсәйенов. Әлеге көндә ул Йәштәр биҫтәһендә ҡыҙы Рәлисә тәрбиәһендә йәшәй.


Рәхимйән Фәхрислам улы Ҡорош эргәһендәге бәләкәй генә Шуҙы ауылында 1927 йылдың 24 мартында тыуған. Армияға алынғанда егеткә 17 йәш була. 1944 йылдың декабрендә ул запастағы 14-се артиллерия полкына эләгә, шунда күнекмәләр үтә. Биш айҙан һуң инде өлкән сержант Йыраҡ Көнсығышта 21-се гвардия истребитель-танкыға ҡаршы артиллерия бригадаһында, ә 1946 йылдан 1951-гә тиклем 215-се Уссурийск артиллерия бригадаһында кесе взвод командиры булып хеҙмәт итә.

Яҙмыш уға мәрхәмәтле була. Реактив артиллерияла хеҙмәт итеп бер ҡабат та яраланмау — был бик ҙур бәхет. Ә уйлап ҡараһаң, сит ерҙәрҙә күпме дуҫтарын ерләй ул.

Фашист ғәскәрҙәре менән көрәштәге батырлығы өсөн ветеран “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Совет Армияһы һәм Флоттың 30 йыллығы” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән.

Рәхимйән Фәхрислам улы һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар катерҙа механик булып эшләй. Тормош иптәше Нуриәсмә апай менән Муллаҡай ауылында йәшәп, бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Булдыҡлы ғаилә умартасылыҡ менән шөғөлләнә, мал-тыуар аҫрай, тырышып ғүмер итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Нуриәсмә апай мәрхүм була. Шунан ветеран ҡыҙы Рәлисәгә Йәштәр биҫтәһенә күсә. Ул балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә, ике ейәнсәре һәм өс бүлә-бүләсәренә һөйөнөп ғүмер кисерә.
Читайте нас: