Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
8 Май 2019, 14:07

Борай районында йәшәүсе Муллаян Фәмиев “Катюша”ны йүгәнләгән


Иҫке Бикмәт ауылында йәшәүсе Муллаян Фәмиев 1925 йылда тыуған. 94 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны әлеге ваҡытта тыуған ауылында улы менән бергә йәшәй. Тормош иптәше Зәйнәп әбей баҡыйлыҡҡа күскәнгә быйыл 14 йыл. Муллаян бабайҙың хәтеренә, зиһененә һоҡланырлыҡ — фронт юлдарын кисә генә булған хәл-ваҡиға кеүек һүрәтләй. Ветеран сәләмәтлегенә лә зарланып бармай, әкрен генә йөрөй, гел хәрәкәттә үҙе.


— Ҡасан ашағым килә — шунда ашайым, ниндәй ризыҡ ҡабул иткем килә — үҙемде сикләмәйем. Ғүмер буйы умартасылыҡ менән шөғөлләндем. Әле лә өс умарта ғына булһа ла ҡарайым, сөнки үҙебеҙгә етерлек бал була. Сәләмәтлек өсөн дә файҙалы, улар менән һөйләшә-һөйләшә йәй буйы мәж киләм. Баҡсабыҙҙа еләк уңа, йәшелсә-емеш тә ултыртабыҙ, — тип әлеге тормошо менән таныштырҙы.

Һыйырҙары ла хужаларҙы күптән түгел генә быҙаулап шатландырған. Йөҙҙө ваҡлаған, бер генә лә тик ултырмаған Муллаян Фәми улынан хәрәкәттә бәрәкәт икәнлеген ишетеп, оҙаҡ йәшәүҙең сере, ысынлап та, тик тормайынса, хәлеңдән килгәнсә нимә менәндер шөғөлләнеү икәненә төшөндөм. Уның өс апаһы бәләкәй саҡтарында ауырып үлә, ә берҙән-бер туғаны — Муллахан ағаһы 1938 йылда армияға алына һәм фронтҡа ла шул китеүенән керә. 1944 йылда ул һәләк була. Аталары 1936 йылда уҡ ауырып үлгәнгә күрә, улының ҡайғыһынан айнып бөтмәгән әсәһен яңғыҙ ҡалдырып, шул мәлдә Муллаянға ла һуғышҡа китергә тура килә. Июль иртәһендә ауылдарҙан йыйылған буласаҡ һалдаттар Казанцевтан пароход менән Өфөгә юллана. Алкинда ике көн генә булалар ҙа поезд менән Мәскәү яғына китәләр. Тәүҙә Покровка ҡаласығы янында хәрби өйрәнеүҙәр үтәләр. Уларҙы фашистарҙың фронтта ҡотон алған “Катюша”ның серҙәренә төшөндөрәләр. 1945 йылдың мартында 3-сө Украина фронтына ебәреп, Украина аша Венгрияға баралар.

— “Катюша-М-13” өс күсәрле “Студебеккер” машинаһына йыһазландырылғайны. Һәр береһе 48 килограмлы 16 снаряд, атыу көсө һигеҙ километр йыраҡлыҡҡа етә. Ике заряд биреүсе, берәү бороу механизмында, машина эсендә шофер һәм орудие командиры. “Катюша” ут ямғыры яуҙырғандан һуң, тиҙ генә урыныбыҙҙы ташлап, башҡа ергә йүнәләбеҙ. Әгәр ҙә дошман ҡайҙалығыбыҙҙы белеп ҡалһа, яуап утына тотасаҡ. Совет һалдатының ышанысы булған “Катюша”ны дошман ҡулына төшөрмәү беҙгә бурыс итеп ҡуйылған. Кәрәк икән, орудиены шартлатып, юҡ итер өсөн 50 килограмдан артыҡ шартлатҡыс һәр ваҡытта ла урынында әҙер тора ине. Маҡтаулы булһаҡ та иңебеҙҙә ни ҡәҙәрле яуаплылыҡ ятҡанын барыбыҙ ҙа аңлай инек. Шул бишебеҙ араһынан иң йәше булғанғамы, миңә “сынок” тип кенә өндәшәләр ине, — тип үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты ветеран.

Дошманды ҡыуа-ҡыуа Венгриянан Австрияға йүнәләләр. Венанан 30 километр ситтәрәк туҡтайҙар. Бузов янында, урман буйында һуғышсан бойороҡ көтөп торғанда, дивизия командиры һуғыштың туҡтауын, Еңеү хәбәрен еткерә. Унда улар тағы ла бер ай палаткаларҙа йәшәй. Һуңынан ҡайтыр яҡҡа йүнәләләр. Пехотаны көтөлмәгән һөжүмдәрҙән һаҡлап, яй ғына тыуған яҡҡа ҡуҙғалалар.

— Батареяла дүрт машина. Алмалар өлгөргән август айында Украинаға ҡайтып еттек. Шунда запаста бер йыл ҡышланыҡ. Артабан Свердловскиға күнекмә-танк ротаһына килдек. Тағын бер йылдан, 1947 йылда, Пруссияға ебәрҙеләр. Нимен йылғаһы янында танк часында хеҙмәт иттек. Ниһайәт, 1948 йылдың март башында тыуған ауылыма ҡайтып керҙем. Яңауылға тиклем поезд менән, унан Борайға самолетта остоҡ, — тип һөйләй Муллаян бабай.

Бер аҙ колхозда эшләгәндән һуң, ул бәхет эҙләп Стәрлетамаҡ яғына сығып китә. Эшләй, ауылдағы әсәһенә ярҙамлаша. 1953 йылда ауылға ҡайтҡас, сентябрҙә уны бригадир итеп ҡуялар. Шулай ғүмер буйы ҡайҙа төплө ойоштороусы кәрәк, уны шунда билдәләйҙәр. Колхозда 40 йылға яҡын бригадир, ферма мөдире булып эшләй. 1954 йылда ауылдашы Зәйнәп Лотфирахман ҡыҙы менән өйләнешеп, өс малай, ике ҡыҙ үҫтерәләр.

— Мине хөрмәт иттеләр, шуға колхозда ла халыҡ менән яҡшы мөнәсәбәттә булғанға етәкселәр бик ихтирамланы үҙемде. 2005 йылда баҡыйлыҡҡа күскән Зәйнәп апайығыҙһыҙ ауыр булһа ла, тормош дауам итә, нимә эшләйһең... Балаларыбыҙ тәртипле булды, ата-әсә хаҡын һанлай белә. Яҙмышымдан бик ҡәнәғәтмен. Йәшлегебеҙгә тура килгән ауыр һынауҙы ғорур үттек — илебеҙ өсөн көрәштек, бик күп юғалтыуҙар аша булһа ла дошман ҡулына бирмәнек, — ти яугир.

94 йәшлек камил аҡыллы, өйҙә, йорт-ихатала, баҡсала ҡулына эш табып, тик ултырмаҫ Муллаян Фәми улына ҡарап һоҡландым. Һанаулы ғына ҡалған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһе менән рәхәтләнеп әңгәмә ҡороп ҡайта алыуыма һөйөндөм.

Миләүшә Әхмәтйәнова.
Читайте нас: