Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
8 Май 2019, 14:24

Асҡын районы Урмияҙ ауыл балалар баҡсаһы тәрбиәселәре бәләкәстәргә һуғыш тураһында һөйләне

Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр,

Был — билдәһеҙ һалдат һәйкәле.

Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?

Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?!


Атакаға күтәрелдек бергә,

Йыға һуҡты әжәл бер мәлде.

Ваҡытлыса йәйә терелдем мин,

Ул — мәңгелек һынға әйләнде.


Ҡаршыһында түтәл-түтәл гөлдәр

Изге ялҡын булып яналар,

Баш өҫтөндә таңдан ҡоштар һайрай,

Эргәһендә һайрай балалар.


Ә артында уның сал бер ҡатын

(Ил инәһе — улдыр, моғайын.)

Нисәмә йыл инде өнһөҙ илай,

һалҡын ташҡа терәп маңлайын.


Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,

Бер битеңдә — моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән әсе йәш тама...

1965

Мостай Кәрим.
Читайте нас: