Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
29 Апрель 2019, 17:41

Ололарҙы ололау — яҡшылыҡтың билдәһе

Мишкә 2-се урта мәктәбендә тимурсылар эше юғары кимәлдә ҡуйылған. Һәр класс үҙенә беркетелгән ветеранға барып, хәлдәрен белә, ҡулдарынан килгән эштәрен башҡара. Мәктәптә ойошторолған төрлө сараларға саҡырып, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәләр.

8 “б” класы уҡыусылары, класс етәкселәре Венера Мортазина менән мәғариф ветераны Фәруха Сәйетхан ҡыҙы Әлимоваға ярҙамға барҙы. Уҡыусылар ихаталағы сүп-сарҙы йыйҙы, баҡсаһында кипкән ҡыуаҡтарҙы таҙартты, тирә-яҡты ипкә килтерҙе.

Ҡурсалауға мохтаждарға ярҙам күрһәтеү – яҡшылыҡ билдәһе. Уларға күп тә кәрәкмәй, беҙҙең яҡтан иғтибар булһа, хәл белешеп торһаҡ, шул етә. Изге эштә йөрөүсе балаларға “Афарин!” әйтәһе ҡала!

Венера Мортазина,

Уҡытыусы.
Читайте нас: