Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
29 Апрель 2019, 11:23

Балтас районы Тушҡыр ауылында йәшәүселәр өмәгә дәррәү ҡушылды

Балтас районында “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы сиктәрендә ҙур ойошҡанлыҡ менән өмәләр үтте.

Беҙҙең Тушҡыр ауылы ла саранан ситтә ҡалманы. Был көндө ҡулдарына көрәк-тырма тота алған һәр кем тирә-йүнде сүп-сарҙан таҙартыу, ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.

Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ауылдың уртаһында “Еңеү баҡсаһы”на нигеҙ һалынғайны. Ошо баҡсаны таҙартып, тағы емеш ағастары — ҡарағат, крыжовник, сейә, сливалар ултырттыҡ.

Клуб, ауыл Советы, магазин, балалар баҡсаһы, мәктәп тирәләре таҙартылғас, урамдар йәмләнеп китте. Күмәк эш, аралашыу өмәлә ҡатнашыусыларға байрам кәйефе өҫтәне. Эш тамамланғас, йырлап та алдыҡ, флешмоб та бейенек. Ауылыбыҙҙың таҙалығы, матурлығы үҙебеҙ өсөн.

Экологик өмәлә ауыл Советы, клуб, балалар баҡсаһы, мәктәп, магазин хеҙмәткәрҙәре, өлкәндәр ҙә теләп ҡатнашты. Иң оло өмәсебеҙ Сөғдә апайға 79 йәш булһа ла, йәштәрҙән ҡалышманы. Ауыл Советы рәйесе Булат Фирүз улы Әғләмов һәм ауыл старостаһы Айрат Вил улы Вахитов үҙҙәре эште башлап йөрөнө, техника алып килде.

Ауылыбыҙҙы Май байрамдарына матурлай, төҙөкләндерә алыуыбыҙға һөйөнөп таралыштыҡ.

Гөлшат Ихсанова.
Читайте нас: