Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
27 Апрель 2019, 15:54

Асҡын районы солтанбәк ауылы халҡы ла өмәгә сыҡты

Солтанбәк урта мәктәбе коллективы ла “Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!” девизы аҫтында үткәрелгән “Йәшел Башҡортостан” республикаһы акцияһына дәррәү ҡушылды. Уҡыусылар уҡытыусылар етәкселегендә Тәфтиләү стелаһы эргәһенә һәм мәктәп ихатаһына йүкә һәм сейә ағастары ултыртты. Солтанбәк мәктәбе — 60, Сураш мәктәбе коллективы 40 төп ағасҡа ғүмер бүләк итте.


Әйткәндәй, ауыл халҡы йыйылып был көндө зыярат территорияһын таҙартып, тәртипкә килтерҙе.


Яратҡан ауылын йәшелләндереүгә, уның экологик хәлен яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә алыуы менән бик ҡәнәғәт Солтанбәк халҡы.


Читайте нас: