Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
17 Апрель 2019, 13:06

Борайҙар Мостай Кәримдең пьесаһын ҡуйҙы

Быйыл республикабыҙҙа халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл билдәләнә. Ошоноң менән бәйле уның тормош юлына, ижадына арналған саралар үтә. Борай халыҡ театры Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклен күрһәтте. Башҡорт ырыуының боронғо йолаларына ҡаршы саф мөхәббәттең көрәшеү конфликтына ҡоролған спектакль бер тында үтте.

Бер-береһен бишектән үк яратҡан Зөбәржәт менән Аҡъегет ролдәрен Светлана һәм Илшат Әхмәтовтар айырыуса оҫта башҡарҙы. Борай театрын Фәридә апай Ямалетдинованан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул тыуҙырған Тәңкәбикә, Айгөл Мөслимованың Шәфәғы, Рәшид Шәриповтың Диуанаһы, Ирек Сабировтың Дәрүише, Ленар Баһауетдиновтың Ырыҫҡоло һәм Салауат Муллағәлиевтың Ялсығоло иң сағыу образдар булды. Ошо төп ролдәрҙе башҡарыусыларҙан тыш массакүләм сығыштарҙа ҡатнашыусыларҙың (улар 40-лап!), аҡһаҡалдарҙы уйнаған Таһир Бәкеров, Альберт Бәкеров, Альфред Шакировтың сәхнәлә уйнау түгел, бер һүҙ менән әйткәндә, “йәшәүҙәре” әллә ҡайҙан һиҙелеп торҙо. Улар тамашасыларҙы спектакль буйына кешенең йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, ҡанундар алдында көсһөҙ булыуына ышандырып, илатып уйнай алыуҙарына бары тик “афарин!” тип кенә әйтке килә. “Дуҫлыҡ” бейеү ансамбленең ҡайғы янауҙы, ниндәйҙер афәт көтөп, йөрәккә шом һалыуҙы тыуҙыра алыуы ла спектаклдең асылын асты. Декорацияларҙың, костюмдарҙың заманына тура килтереп эшләнеүе, тегелеүе лә әҫәрҙе үҙ эшенең оҫталары ҡуйыуын иҫбатланы.

Һәр спектаклдең уңышы актерҙар уйнауынан тыш, режиссерҙың оҫталығына, әҫәрҙең төп фекерен тамашасыға еткерә алыуына баһа ла. Ә “Ай тотолған төндә”не сәхнәгә ҡуйған Рәйеф Мансуров, һис шикһеҙ, оло хөрмәткә лайыҡ.
Читайте нас: