Сара Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзының “Ҡотҡарылған ғаиләләр – ҡотҡарылған ғүмерҙәр” тигән проекты нигеҙендә уҙғарылды. Маҡсаты – иҫерткес эсемлек ҡулланған ғаиләләрҙе асыҡлау, улар менән тәрбиә-ағартыу эше алып барыу.
Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, халыҡтың, айырыуса йәштәрҙең спиртлы эсемлектәр эсеүе, шуның арҡаһында ғаиләләрҙең тарҡалыуы күңелдәрҙе тетрәндерә, көрәшкә бары тик бергәләшеп тотонғанда ғына һөҙөмтә буласаҡ.