Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
16 Апрель 2019, 14:30

Ҡариҙелдәр “Янғантау” шифаханаһында семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты



Унда Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендәге, шулай уҡ Иглин, Нуриман, Ҡариҙел райондары ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Мәғлүм булыуынса, тәүге ике сара Әбйәлилдә һәм Борайҙа үткәйне.


“Һеҙ – командабыҙҙың төп кешеләре, беҙҙең терәгебеҙ, ярҙамсыбыҙ, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров ауыл биләмәләре башлыҡтарына. – Нәҡ һеҙ халыҡ менән эшләйһегеҙ. Иңегеҙҙә – ауыл биләмәләрен үҫтереү, һәм беҙ был йәһәттән етди ярҙам итәсәкбеҙ. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Республикабыҙҙы бергә үҫтергәнегеҙ өсөн оло хөрмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ”.


Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ауыл хужалығын, эшҡыуарлыҡты, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм юл инфраструктураһын, һаулыҡ һаҡлауҙы, экологияны һәм башҡа мөһим тармаҡтарҙы үҫтереү буйынса тәҡдимдәрен еткерҙе.


“Уларҙың барыһы ла – халыҡтың мөрәжәғәттәре, көндәлек мәсьәләләр нигеҙендә барлыҡҡа килгән тәҡдимдәр. Һәм шуныһы мөһим – беҙ ошо идеяларҙы Радий Фәрит улына еткереү мөмкинлегенә эйәбеҙ. Республиканы үҫтереү маҡсатындағы бындай һөйләшеү һәр яҡ өсөн дә мөһим”, – тип белдерҙе ауыл биләмәләре башлыҡтары.


Семинар-кәңәшмәнең эшен йомғаҡлап, Радий Хәбиров иң яҡшы тәжрибә өлгөләренең, тәҡдимдәрҙең республика Хөкүмәтенә ҡушыласаҡ аныҡ эштәр нигеҙенә һалынасағын әйтте.
Читайте нас: