“Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын көйләү” дәүләт программаһының “Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” тип аталған бүлеге бар. Район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин тапшырған таныҡлыҡтар нәҡ ошо программаның тормошҡа ашырылыуын күрһәтә.
Ун дүрт ғаиләнең уныһы — “йәш ғаиләләр һәм йәш белгестәр” категорияһы буйынса, дүртеһе “граждандар” категорияһына ҡарай. Улар барыһы ла ауыл хужалығында эшләп йөрөй. Дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 15 миллион 372 мең. Был аҡсалар йәштәргә шәхси йорт хужаһы булырға мөмкинлек бирәсәк. Ҡариҙел ауыл биләмәһендә 12 яңы йорт ҡалҡып сығасаҡ, ә Яңы Бәрҙәштә һәм Ҡараярҙа берәр йорт.
Бөгөн тағы 145 ғаилә дәүләттән ярҙам алыуға исемлектә тора.