Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
26 Март 2019, 13:15

ГҮЗӘЛИӘ САДИҠОВА: "БӘХЕТ – ЭШЕҢДЕҢ ҠЫУАНЫСЫН ТАТЫУ"

Яҡшы стоматолог булыу өсөн үҙ эшеңдең оҫтаһы ғына түгел, ә яҡшы психолог була белеү ҙә кәрәк. Бөрө стоматология поликлиникаһының һауыҡтырыу-профилактика бүлеге мөдире булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Гүзәлиә Наил ҡыҙы Садиҡова тап ошо сифаттарға эйә.


Утыҙ йыл өй менән поликлиника араһын тапаған Гүзәлиә Наил ҡыҙының биографияһында, үҙе әйтеүенсә, иҫ китерлек бер ниндәй ваҡиға юҡ. Бала сағы Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында үтә. Әсәһе Роза Фазыл ҡыҙы – иҡтисадсы, ә атаһы Наил Самат улы партия ойошмаһы секретары була. Бәләкәй саҡтан ҡурсаҡтарын, әхирәттәрен дауалаған ҡыҙ табип булырға хыяллана. Тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң юғары кластарҙа район үҙәгендә уҡый. Был осорҙа тап теш табибы булырға ҡарар иткән ҡыҙ белем усағын тик "биш"кә тамамлап, Өфө дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Иң сағыу студент йылдары ла шаулап-гөрләп үтеп китә. Һәр эштә лә өлгөр, тырыш, уңған ҡыҙ һуңғы курста уҡығанда тормош юлын төркөмдәше Юрий Садиҡов менән бәйләй. Ике йәш белгескә интернатура үтергә Бөрө ҡалаһына юллама бирелә. Бына шунан алып хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу теркәлгән. Йәш саҡта Мәскәү ҡалаһында ла, Ҡыуатов исемендәге Өфө республика дауаханаһында ла эшләргә мөмкинлектәр тыуа, ләкин Гүзәлиә Наил ҡыҙы тәүге хеҙмәт урынына тоғро ҡала. Тырыш хеҙмәт, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыу һөҙөмтәһеҙ ҡалмаған. Поликлиника мөдире Гүзәлиә Садиҡова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исемгә эйә. «Табиптарға бер йүнәлештә генә түгел, ә алдына килгәндең бөтәһен дә эшләргә ҡушыла ине. Шуға күрә ваҡытында терапевт ҡына түгел, хирург булырға ла тура килде. Был белгесте үҫтерә генә, тип уйлайым», – ти ҙур тәжрибә туплаған табип-стоматолог.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Гүзәлиә Наил ҡыҙы ире Юрий Мансур улы менән "Ынйы" шәхси клиникаларын асып, теш дауалау, алыу, ҡуйыу хеҙмәттәре күрһәтә.

Садиҡовтар ҡыҙҙары Оксана менән улдары Альбертҡа яҡшы тәрбиә, юғары белем биргән. Оксана Өфө дәүләт нефть техник университетын ике ҡыҙыл дипломға тамамлап (бер юлы ике факультетта уҡый), Мәскәүҙә «Башнефть» компанияһында баш белгес булып эшләй. Альберт – шәхси эшҡыуар. «Эра» реклама агентлығын етәкләй.
Читайте нас: