Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
24 Март 2019, 00:35

Улар матур ғүмер юлы үткән

Ошо көндәрҙә Асҡын районы Ҡашҡа ауылында ғүмер итеүсе Хәсәнә Кәлимуллина һәм Фәтхиә Фазлетдинова 90 йәшлек оло юбилейҙарын билдәләне.

Был матур байрамдары менән уларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ришат Дихин һәм Ҡашҡа авыл Советы башлығы Ҡәнәфи Шакируллин тәбрикләп, Ҡотлау хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шулай ук бирегә юбилярҙарҙың яҡындары, балалары йыйылғайны. Күркәм, мул табын артында хөрмәтле юбилярҙарға ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны.Ә табынды Ҡашҡа ауылының “Ағинәйҙәр ҡоры ” ойошмаһы рәйесе Сания Сәлихова алып барҙы.
Читайте нас: