Кисә Яңы Күскилде ауылында йәшәүсе Нәҡиә Ғәйнелйән ҡыҙы Ғәлиеваға 90 йәш тулды. Бөтә тормошо фиҙаҡәр хеҙмәттә үткән юбилярҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ришат Дихин, Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин ҡотлап, Рәсәй Президентының Ҡотлау хатын һәм бүләк тапшырҙы.
Нәҡиә Ғәйнелйән ҡыҙы тормош иптәше Фәрзәт Ғәли улы менән еңелдән булмаған, ләкин оҙон һәм бәхетле тормош юлы үткән. Улар илебеҙ мәнфәғәте, киләсәк быуындың матур тормошо хаҡына тир түккән. Ғәлиевтар алты балаға ғүмер биреп, үҙҙәре кеүек эшһөйәр, изге күңелле, асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл итеп тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарған. Хәҙер бәхетле өләсәй менән олатай ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәләр һөйөп, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй.
Ғәливтарға ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған бәхетле ҡартлыҡ теләйәбеҙ.