БДУ-ның Бөрө филиалы III курс студенты Лиана Нуримхәмәтова – уҡыу йортоноң һәм ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан йәштәрҙең береһе.
Лиана Бөрө ҡалаһы лицейын тамамлағандан һуң филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының инглиз һәм француз бүлегенә уҡырға инә. Уның буш ваҡыты бөтөнләй юҡ тиерлек. Күңелле студент тормошо төрлө конкурстар, ярыштар, фәнни эштәр менән үтә.
Лицейҙа уҡығанда уҡ Лиана Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара кимәлдә үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ихлас ҡатнаша. Был ынтылышы студент саҡта тағы ла мөһимерәк күренешкә әйләнә. Инде фәндең мәғәнәһен юғары кимәлдә аңлаған ҡыҙ тағы ла төплөрәк, тәрәнерәк мәҡәләләр яҙа башлай. Инглиз һәм француз телдәренең фонетикаһы, грамматикаһы менән ҡыҙыҡһына, педагогика серҙәренә төшөнә. Уның портфолиоһын сертификаттар, рәхмәт хаттары, призлы урын яулаған дипломдары тулыландыра. Күптән түгел студенттарҙың, магистранттарҙың һәм аспиранттарҙың «Quality Education - 2018» IV Халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, I урын алған. Киев ҡалаһында үткән был конкурста Рәсәй, Белоруссия, Болгария, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Польша, Таджикистан, Украина һәм Үзбәкстандың 258 уҡыу йортонан белем алыусылар ҡатнашҡан. Шулай уҡ «Scientific research» Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла (Чехия, Карловы Вары – Рәсәй, Мәскәү) лауреат булған.
Лиананың тағы бер уңышы – Түбәнге Новгород ҡалаһында “Interclover.ru” проекты инициативаһы менән үткәрелгән “Йыл студенты – 2018” Халыҡ-ара конкурсының “Йәш новатор” номинацияһында I дәрәжә диплом яулауы.
Өлгөр ҡыҙ буш ваҡытында ҡаланың “Вега” балалар һәм үҫмерҙәр өсөн өҫтәмә белем биреү мәктәбендә эшләй. Балаларға инглиз телен өйрәтеү йәш ҡыҙҙың педагогик тәжрибәһен үҫтерергә, психология фәнен тәрәнерәк аңларға, методик белемен камиллаштырырға ярҙам итә.
Бейеү – Лиананың булмышы. Бәләкәй саҡтан ул ҡаланың “Маска” бейеү ансамбленә йөрөгән. Шуға күрә факультетта һәм вузда үткәрелгән һәр мәҙәни сара Лианаһыҙ үтмәй. Волонтерҙар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн уҡыу йорто етәкселеге айырым Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләгән.
Аҡыллы ҡыҙ уҡытыусылар һәм дуҫтары араһында ихтирам яулаған. Тик бишле билдәләренә уҡыуы, фән өлкәһендә күрһәткән уңыштары өсөн ул Хөкүмәттең юғары стипендияһына лайыҡ.
“Үҙеңде үҫтереү, уңыштарға өлгәшеү өсөн тыуған ҡаламда ла шундай мөмкинлектәр булыуына ҡыуанам. Әлегә минең төп маҡсатым – төплө белем туплау, үҙемде профессиональ яҡтан үҫтереү. Шунда ғына үҙ эшеңдең оҫтаһы булып, ҙур ҡалаларҙы яуларға була. Әлегә аҡыллы кәңәштәре, йылы һүҙҙәре менән рухландырып тороусы атай-әсәйемдең эргәмдә булыуы өсөн дә шатланам”, – ти Лиана.
Эйе, Лианаға яҡты киләсәк һәм фән өлкәһендә тағы ла яңы үрҙәргә үрләүен, асыштар яһауын теләйбеҙ.