Башлыса оло йәштәгеләрҙән торған “Дуҫлыҡ” халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле — үҙе бер табыш! Уларҙың сығышы һәр сараға йән өрә, йәм өҫтәй. Ошо ансамблдә 1972 йылдан башлап мандолинала уйнаусы апалы-һеңлеле Рәүидә Ғәлимова менән Флүрә Ғайфуллина тураһында һүҙем. Ҡыҙҙар ауылда оло ихтирамға лайыҡ Ания Нәжметдин ҡыҙы һәм Әхнәф Ғәлим улы Ғәлимовтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Аталары Ҡашҡа мәктәбендә — тарих, әсәләре татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Хәстәрлекле ата-әсә үҙ өлгөһөндә балаларын да игелекле, егәрле, әүҙем, маҡсатсан, илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләү өсөн бар тырышлығын һала. Ул һәм ҡыҙҙары һәр яҡлап һәләттәрен асһын, үҫтерһен өсөн бөтә уңайлыҡтар булдыра. Музыка ҡоралдарына айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Ғаиләлә гармун, скрипка, мандолина, ҡубыҙ һәр ваҡыт балалар ҡарамағында була. Оло ағалары Илдар гармунда бик матур уйнарға өйрәнә. Ҡыҙҙарҙы әсәләре мандолинала сиртергә өйрәтә. Ҡустылары Урал ҡубыҙҙы үҙ итә. Шулай ғаилә ансамбле барлыҡҡа килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, скрипкала уйнарға өйрәтеүсе табылмай.
Ата-әсә балаларға юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығара. Уларҙың һәр береһе үҙ урынын таба. Илдар хәрби хеҙмәтте һайлай. Мәскәү граждандар оборонаһы хәрби училищеһын тамамлай, подполковник званиеһына эйә. Ғүмере сит ерҙәрҙә уҙһа ла, ул бер ҡасан да гармундан, моңдан айырылмай. Урал Силәбе ауыл хужалығы институтын тамамлай.
Рәүидә Әхнәф ҡыҙы ата-әсәһе юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Мандолина уның ғүмерлек юлдашына әйләнә. Мәктәптә уҡыған йылдарында музыка түңәрәгендә шөғөлләнә. Артабан Красноуфимск педагогия училищеһында белем ала. Ҡашҡа урта мәктәбендә эш башлағас, музыка түңәрәге ойоштороп, балаларҙы ике йыллап мандолинала уйнарға өйрәтә.
Рәүидә Әхнәф ҡыҙы ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. 30 йылдан артыҡ тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен уҡыта. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы”, “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Флюра Әхнәф ҡыҙының да буласаҡ һөнәренә нигеҙ мәктәптә уҡығанда һалына. Ул саҡта белем усағында йәш уҡытыусы Мөнзилә Хөсәйенова эшләй. Йәш белгес музыка түңәрәге лә алып бара. Ул балаларҙы нотанан ҡарап мандолинала уйнарға өйрәтә. Күп уҡыусылар дәртләнеп, илһамланып мандолинала уйнау серҙәренә өйрәнер өсөн ошо уйын ҡоралын почта аша яҙҙырып ала. Флюра апай ҙа бик матур итеп уйнарға өйрәнә. Мөнзилә Хөсәйенова икенсе мәктәпкә эшкә күскәс, Флюра апай, үҙе әле уҡыусы ғына булһа ла, ошо түңәрәк эшен дауам итә. Ул мандолинасылар ансамбле ойоштора. Балалар бик теләп шөғөлләнә. Мәктәпте тамамлағас, Флюра Әхнәф ҡыҙы Өфө сәнғәт училищеһында белем ала. Йәш белгес районыбыҙға ҡайтып, хеҙмәт юлын хәҙерге Балалар сәнғәт мәктәбендә башлай. Кейәүгә сыҡҡас, йәш ғаилә Ҡашҡа ауылында төпләнә. Мәктәптә Балалар сәнғәт мәктәбенең филиалын асалар. Флүрә Әхнәф ҡыҙы думбыра класында балаларға музыкаль белем бирә, мандолинала ла уйнарға өйрәтә. Йәш белгес йыр дәрестәрен дә алып бара, хор түңәрәген ойоштора. Береһенән-береһе күңеллерәк, йөкмәткелерәк саралар, бәйгеләр үткәрәләр. Флүрә Әхнәф ҡыҙынан мандолинала уйнау серҙәренә өйрәнгән ҡыҙҙар бөгөн дә яратҡан шөғөлдәрен ташламай. Белгәндәрен йәш быуынға өйрәтә, уҡытыусыларына ҙур рәхмәттәрен белдерә.
— Рәүидә апай менән Флүрә апайға мең рәхмәт, — тип бала саҡтарын иҫкә төшөрөп, яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште Солтанбәк мәктәбе уҡытыусыһы Фәйрүзә Фаһаманова. — Беҙ күрше генә йәшәгәс, мин гел Флүрә апайҙарға инә торғайным. Шул тиклем ихлас, яҡты сырайлы, изге күңелле кешеләр. Уларҙың оҫталығына һоҡлана торғайным. Атайым үҙемә лә алып бирҙе. Ул мандолинала бөгөн дә уйнайым. Рәүидә апай менән Флүрә апайға оҡшарға теләп уҡытыусы һөнәрен һайлағанмындыр. Беҙ бөгөн дә бәйләнеште өҙмәйбеҙ, күрешеп, һөйләшеп торабыҙ.
1972 йылдан башлап бөгөнгәсә Рәүидә апай һеңлеһе Флүрә апай менән “Дуҫлыҡ” ансамблендә мандолинала уйнай. Уларҙың сығышы һәр сараға йән өрә, йәм өҫтәй.
— Беҙҙең “Дуҫлыҡ” (етәксеһе Азат Әбүбәкеров) ансамбленә йыр-моңға ғашиҡ ағинәйҙәр ингән. Үҙ-ара дуҫ-татыубыҙ. Репетицияларға бик теләп йөрөйбөҙ. Ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ағинәйҙәр тормоштан ҡәнәғәт булып ғүмер кисерә. Дүрт бала үҫтереүсе Флүрә апай — өс, ике бала тәрбиәләп тормош юлына сығарған Рәүидә апай ейәнсәр һөйөп ҡыуана. Илебеҙ тыныс, йәштәребеҙ һау-сәләмәт булып, йәнтөйәгебеҙ мәнфәғәтенә тырышып эшләһен, ти улар.