Донъялағы иң матур, иң яратҡан кешем — ул минең әсәйем. Унан да яҡыныраҡ кешем юҡ. Ул иртән иртүк мине: ”Тор, ҡыҙым, мәктәпкә барырға кәрәк”, — тип иркәләп уята. Мин күҙемде асып, йыуынып, сәсемде тарап килгәнсе, әсәйем сәй яһап бирә, телеңде йоторлоҡ тәмле ҡоймаҡтар менән һыйлай. Артабан арҡамдан һөйөп, яҡшы уҡыуымды теләп, мәктәпкә оҙата. Ҡайтыуыма күп ваҡыт тәмлекәстәр бешереп ҡуя. Минең хәлемде, кәйефемде лә күҙ ҡарашымдан күреп, аңлап тора.
Әсәйем мине уҡырға, яҙырға, һүрәт төшөрөргә генә түгел, ҡул эштәренә лә өйрәтте. Үҫкәс, мин уның кеүек уңған, бар эшкә лә оҫта, изге күңелле булғым килә. Мин уны ныҡ яратам, гел уға ярҙам итеп, ҡурсалап, һөйөп торасаҡмын. Әсәйемде 8 Март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Уға ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле тормош, гел шулай һылыу, йәш, һөйкөмлө булыуын, үҫтергән балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәүен теләйем.