Асҡын районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ришат Дихин менән Ҡубияҙ ауылы биләмәһе башлығы Радик Туҡтағолов бөгөн 90 йәше тулыуы айҡанлы Рафинур Сабировты ҡотланы. Юбиляр ферма мөдире, депутат, Әүәҙәй ауылы старостаһы булһынмы — һәр саҡ халыҡ мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуя.