Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
1 Февраль 2019, 17:23

Асҡын районынан Мансур Нуриәхмәтов Һамар ҡалаһында идарасылар бәйгеһенең ярымфиналында ҡатнаша



Бөгөн Һамар ҡалаһында “Рәсәй лидерҙары” 2018-2019 йылдар” Волга буйы федераль округы буйынса идарасылар конкурсының төбәк ярымфиналы башланды. Бәйге 4 февралгә тиклем дауам итәсәк.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан ярышсылары Һамар ҡалаһында Ырымбур, Һарытау, Һамар, Ульянов өлкәләре, Татарстан Республикаһы вәкилдәре менән бергә ҡатнаша. Финалға сығыу өсөн 434 кеше көс һынашасаҡ. Уларҙың 50-һе Башҡортостандан.

Шуныһы һөйөнөслө, ошо 50 кеше араһында райондашыбыҙ, Асҡын районы Советы депутаты, Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе директоры Мансур Әлфрис улы Нуриәхмәтов та бар.

Бөгөн конкурста ҡатнашыусылар дистанцион этаптың һөҙөмтәләрен иҫбатлар өсөн компьютерҙа тест һорауҙарына яуап бирҙе. Эштәрҙе баһалау саралары 2 һәм 3 февралдә үтә. Һөҙөмтәләр 4 февралдә билдәле буласаҡ. Программала оҫталыҡ дәрестәре, бәйгеселәрҙең берҙәм әүҙемлеген күҙ уңында тотҡан саралар ҡаралған.

Наилә Имаева.
Читайте нас: