Ғаиләһенә терәк, йәмәғәт эшендә лә өлгөр етәксе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һәр ваҡыт һоҡланыу тыуҙыра. Бөрө медицина һәм фармацевтика колледжы директоры Нилә Сабит ҡыҙы Белобородова нәҡ шундай гүзәл заттарыбыҙҙың береһе.
Нилә Сабит ҡыҙы бай тәбиғәтле Салауат районының Нәсибаш ауылында тыуған. Ата-әсәһе балаларын юғары белемле итеү өсөн бар тырышлығын һала, һөҙөмтәлә ғаиләләге биш ҡыҙ ҙа юғары белем ала. Дүртенсе ҡыҙ Нилә урта мәктәпте тамамлағас, Бөрө дәүләт педагогия институтының биология һәм химия факультетында уҡый. Йәш уҡытыусыны Ауырғазы районына эшкә йүнәлтәләр. Унда ике йыл эшләгәс, Өфөгә күсә. Баш ҡалала ул буласаҡ тормош иптәше менән таныша. Ярҙамсыл, итәғәтле рус егете йәш ҡыҙҙы үҙенә арбай. Йәштәр ғаилә ҡороп, егеттең тыуған яғы – Бөрө ҡалаһында төпләнә. Шулай итеп, Нилә Сабит ҡыҙы йәшлек ҡалаһы Бөрөгә ҡабаттан әйләнеп ҡайта. Ләкин был юлы ул тормош ҡорорға, балалар үҫтерергә, тигән яуаплы бурыстарҙы йөкмәй. Бөрө яйлап ҡына Нилә Сабит ҡыҙы өсөн икенсе тыуған яғына әйләнә.
Тырыш уҡытыусы эшендә ҙур уңыштарға өлгәшә, хеҙмәттәштәренең ихтирамын яулай. Пединститутта уҡытыу менән бер рәттән кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын яҡлай, оҙаҡ йылдар тәрбиә эштәре буйынса ректор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Шул уҡ ваҡытта «Экология йүнәлешендә белем биреү даирәһе ойошмаһы» фәнни мәктәбенең етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Рәсәйҙә киң таралған волонтёрлыҡ хәрәкәте лә Нилә Сабит ҡыҙының иғтибарынан ситтә ҡалмай. Йәштәрҙе бергә туплау, уларҙа рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү маҡсатында ошо хәрәкәтте ойоштороп ебәрә. Уҡыу йортонда даими эшләп килгән «Аҡ күгәрсен» балалар үҫеше үҙәге лә Белобородованың тырышлығы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Унда мәктәпкәсә йәштәге балаларға алдынғы ҡарашлы М.Монтессори алымы буйынса белем бирелә. Был алым баланың һәләтен үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Педагогтар һәм студенттар кескәйҙәрҙең физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген үҫтерергә ярҙам итә. Мәктәпкәсә йәштәге балалар математика серҙәренә төшөнә, тирә-яҡты өйрәнә, телмәрҙәрен үҫтерә.
Бөгөн Нилә Сабит ҡыҙын республикала берҙән-бер Бөрө медицина һәм фармацевтика колледжы директоры булараҡ беләләр. Колледж Башҡортостанда күренекле уҡыу йорто һанала. Унда 1200 студент уҡый. Көндөҙгө бүлектә акушерлыҡ эше, лаборатор диагностика, дауалау, шәфҡәт туташы эше, фармацевт белгеслектәре буйынса белем алалар. Студенттарға бөтә шарттар тыуҙырылған бында. Матди база барлыҡ талаптарға яуап бирә. Буш ваҡыттарында улар төрлө сараларҙа ҡатнаша, түңәрәктәргә йөрөй. Уҡыу йортоноң бейеү коллективы республикала үткән бейеү фестивалендә Гран-при яуланы.
Колледжда туған телдәрҙе өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Олимпиадаларҙа ҡатнашалар, “Шәжәрә” түңәрәгендә ата-бабаларының нәҫел ептәрен барлайҙар, халыҡтың үткәне, теле менән ҡыҙыҡһыналар.
Студенттар ВИЧ-инфекцияһы менән ауырыусыларға һәм уларҙың яҡындарына, туғандарына ярҙам ҡулы һуҙыу маҡсатында төрлө саралар үткәрә. Улар «Vita» волонтерҙар клубы активистары менән бергә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары О.А. Попкова етәкселегендә сәләмәт тормошто сағылдырған плакаттар, мәғлүмәти буклеттар, листовкалар тарата. Бынан тыш, колледжда «СПИД дуҫлыҡҡа ҡамасауламай» тип аталған акция үтә. Уның төп бурысы – кешеләрҙе, айырыуса балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе был сирҙән һаҡлап ҡалыу, ә ауырыуҙарҙы әхлаҡи яҡлау һәм һаҡлау.
Һәр ваҡыт йәштәрҙе тәрбиәләү, шәхси һыҙаттарҙы үҫтереү кеүек бурыстарҙы алға ҡуйған етәксе колледжда ла тәрбиәүи мәлдәргә иғтибар бүлә. Быйыл тәү башлап "Һылыуҡай" конкурсы үткәрелде.
Студенттар колледждар һәм ҡала ойошмалары араһында ГТО тапшырыу буйынса ла беренсе урында тора. Үткән йылдың ноябрендә 70 студент алтын, көмөш, бронза миҙалдарына лайыҡ булған.
Уҡыу йорто директоры инициативаһы менән 2018 йылда беренсе тапҡыр студенттар WorldSkillsRussia төбәк чемпионаты конкурсында ҡатнашты, ә уҡыу йорто уны үткәреү майҙансығы булды. Өс көн эсендә студенттар киләсәктә үҙ эшмәкәрлектәре өсөн кәрәк буласаҡ белемдәрен һәм компетенцияларын күрһәтеүгә өлгәште. Буласаҡ фармацевтар үҙҙәренең һөнәри белемдәрен өс модулдә һынаны. Беренсе этапта дарыуҙарҙы ҡабул итеү, сифатын тикшереү йәһәтенән көс һынаштылар. Икенсе этапта табип ҡушҡан рецепт буйынса дарыуҙарҙы эшләү ысулдарын күрһәттеләр. Үҙ эштәрендә иң яҡшыһы булып Бөрө студенттары һаналды. Мәскәүҙә үткән Халыҡ-ара конкурста иһә улар Мәскәү, Санкт-Петербург студенттарын артта ҡалдырып, Гран-при яуланы.
Ҡала Советы депутаты булараҡ та күп көс түгергә тура килә Нилә Сабит ҡыҙына. Студенттар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ярҙамға, йылы һүҙгә мохтаж. Кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлау, ауыр саҡта ярҙам күрһәтеү оло йөрәкле Нилә Сабит ҡыҙы өсөн көндәлек күренеш.
Ошондай яуаплы эштәрҙе бер юлы алып бара алыуында ышаныслы терәк булғандары өсөн Нилә Сабит ҡыҙы ғаиләһенә рәхмәтле. “Әгәр тормош иптәшемдең ярҙамы булмаһа, мин был уңыштарға өлгәшә алмаҫ инем. Йоҡоһоҙ төндәр, оҙайлы командировкалар ваҡытында ул һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙҙы, балаларҙы ҡарашты, – ти ул. – Өй йылыһы, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙан. Ваҡытым тығыҙ булғанда ла тәмле итеп бешеренергә, өйөбөҙҙө зауыҡлы итеп тоторға тырышам. Ял көндәрендә ғаиләм менән бергә булырға, Өфөгә театрҙарға йөрөргә яратам”.
Белобородовтарҙың балалары ла һынатмай. Ҡыҙы Вероника Өфө дәүләт авиация институтының иҡтисад факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Икенсе юғары белеме иһә юридик йүнәлештә. Әле баш ҡалала фирмала баш белгес булып эшләй. Максим бәләкәйҙән каратэ менән шөғөлләнә, төбәк-ара, республика чемпионаттарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған. Тырыш егет бер юлы педагогика һәм юридик факультеттарҙа белем ала. Яҡшы уҡығаны, фәнни мәҡәләләре, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты булған.
2017 йылда Нилә Сабит ҡыҙы “Ҡатын-ҡыҙ — директор” республика конкурсында ҡатнашып, еңеү яулай. Бөгөн уның етәкселегендә 150-нән ашыу диплом эше, тиҫтәләп кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Фиҙаҡәр хеҙмәте “БР-ҙың мәғариф алдынғыһы”, “БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре” исемдәре менән баһаланған.
Бына шундай эшһөйәр, йәштәр тәрбиәләүгә бар тырышлығын биргән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булғанда милләтебеҙ яҙмышы ышаныслы, киләсәге яҡты булыр.
Фото ғаилә архивынан алынды.