— Бына минең йылым да килеп етте. Аллаға шөкөр, үткән Эт йылын да имен үткәреп ебәрҙек. Атайым менән әсәйем дә яҡшы ғына эшләп йөрөй. Рәмзил ҡустым Урман хужалығы техникумында уҡый. Уның быйыл ҡулына диплом алып, яратҡан һөнәре буйынса эш табыуын теләйем. Мин үҙем эшемде яратам. Киләсәккә яҡты хыялдар, өмөттәр бағлап йәшәйем. Яңы йыл шәхси тормошома, яҙмышыма бәйле матур үҙгәрештәр алып килер, үҙ парымды осратырмын, тип уйлайым.
Күп милләтле ауылыбыҙҙа бер туғандай йәшәйбеҙ. Яңы йылды ла күңелле ҡаршы алдыҡ. Һәр ғаилә ҡарҙан төрлө һындар яһап, үҙ ихатаһын биҙәне. Әкиәт геройҙары, Йыл символдары, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу мәктәп, балалар баҡсаһы ҡаршыһында алыҫтан сәләмләп тора. Ауылыбыҙҙа күңелле йәшәйбеҙ, клубта уҙған матур сараларҙа, байрамдарҙа үткән концерттарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Яңы йыл һәр йортҡа шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә ныҡлығы, милләт-ара татыулыҡ алып килһен. Донъялар тыныс, күгебеҙ аяҙ, күңелебеҙ күтәренке булһын.