Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
14 Ғинуар 2019, 18:58

Балтастан Шамил Кашанов да Ҡабан йылы вәкиле

Шамил Кашанов 1971 йылда Балтас районы Түбән Һикеяҙ ауылында тыуған. Сәнғәткә ғашиҡ ғаиләлә үҫә. Әсәһе Флүзә апай гармунда уйнай, шиғырҙар яҙа, атаһы Рәфис ағай иҫ киткес матур йырлай. Апаһы Альбина — Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.

Шамилдың үҫмер йылдары Түбән Һикеяҙ урта мәктәбенең Әнисә Хәйруллина етәкселегендәге бейеү ансамбле гөрләп ижад иткән осорға тура килә. Буласаҡ тормош иптәше Гөлназ менән дә уны бейеү, сәхнә таныштыра, ҡауыштыра. Ике оҫта бейеүсенең балалары Айрат менән Сулпан да “Зөлфиә” өлгөлө һәм “Гүзәл” халыҡ бейеү ансамблдәре солистары булды.

Шамил Рәфис улы Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлап, хеҙмәт юлын тыуған районында башлаған, төҙөлөш өлкәһендә эшләй. Инвестицион төҙөлөш комитеты директоры булараҡ, тирә-яҡ райондарҙа объекттар төҙөлөүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Тормош иптәше Гөлназ Дамир ҡыҙы уның хеҙмәттәше, офиста эштәрҙең тотороҡло барыуын тәьмин итә. Кашановтарҙың улдары Айрат та төҙөүсе һөнәрен һайлап, Ҡазан архитектура-төҙөлөш университетын тамамланы. Өфөлә хеҙмәт юлын башланы.

Ағымдағы йыл Кашановтар ғаиләһе өсөн иҫтәлекле булды. Ҡыҙҙары Сулпан «Татар кызы — 2018» республика гүзәллек конкурсында Гран-при яуланы. Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбен уңышлы тамамлап, Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтының хореография бүлегенә уҡырға инде.

— 2019 йылдан уңышлы, ҡыҙыҡлы, ижади проекттар өмөт итәм. Ғаиләбеҙҙә тыныслыҡ, татыулыҡ булһын. Балаларыбыҙҙың шатлыҡлы хәбәрҙәрен ишетеп кенә йәшәргә яҙһын. Бәхет өмөт итәм үҙ йылымдан, — ти Шамил Кашанов.
Читайте нас: