Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
14 Ғинуар 2019, 19:10

Ҡариҙел районында йәшәүсе мәғариф ветераны Тәржимә Тажетдинова 80 йәшлек юбилейын билдәләне

Тәржимә Зәйнетдин ҡыҙы 1939 йылда Абдулла ауылында эшсе ғаиләһендә тыуа. Бала сағы һәм мәктәп йылдары ошо ауылда уҙа. Мәктәпте тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Һуңыраҡ Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын да тамамлай.

Тәржимә Тажетдинова хеҙмәт юлын туған мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ башлай. Артабан өлкән кластарҙа татар телен уҡыта, 12 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Бынан тыш, директор урынбаҫары һәм мәктәптең профсоюз комитеты рәйесе вазифаһын да башҡара.

Егерме өс йәшендә йәш белгес һөйгән йәрен осрата һәм уға кейәүгә сыға. Тормош иптәше Мидхәт Хәнифйән улы мәктәптә математиканан уҡыта. Уҡытыусылар әүҙем йәмәғәт эше лә алып бара: клубта концерттар ойоштора, пьесалар ҡуя.

Татыу ғаиләлә ҡыҙ һәм ике ул тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мидхәт Хәнифйән улы яҡты донъянан иртә китә. Ул саҡта балаларҙың өлкәненә — ете, ә кесеһенә ни бары бер йәш була. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, сабыр йөрәкле Тәржимә Зәйнетдин ҡыҙы балаларын аяҡҡа баҫтыра һәм яҡшы тәрбиә бирә. Барыһы ла белемле. Радик Өфө урман техникумын тамамлай, Себерҙә эшләй. Гөлнара әсәһе юлынан китә. Ул Мәсәғүт педагогия училищеһын, артабан Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай, Ҡараяр урта мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Кесе улы Илфат Өфө авиация техникумын тамамлай, ул тыуған яғынан йыраҡта — Чукоткала йәшәй.

Тәржимә Тажетдинованың хеҙмәт стажы — 35 йыл. Ул уҡытыуҙағы һәм белем биреүҙәге уңыштары өсөн байтаҡ Почет грамоталары менән бүләкләнгән, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы бар, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булған. Ул әле лә уҡыусылары менән элемтә тота, мәктәп яңылыҡтары менән танышып тора.

Тәржимә Зәйнетдин ҡыҙы биш ейәне, ике бүләһе өсөн хәстәрлекле өләсәй һәм ҡарт өләсәй. Ул бар һөйөүен, иғтибарын балаларға өләшә. Әлеге ваҡытта юбиляр яңғыҙы йәшәй, балалары һәм ейәндәре янына йыш килә, бар эштә лә ярҙам итә. Юбилей көнөндә уны туғандары һәм яҡындары йыйылып ҡотланы.

Азат Рәхмәтуллин фотолары.
Читайте нас: