Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
11 Ғинуар 2019, 17:47

Альфира Әхмәтдинова: "Үткән йыл яҡшы булды. Ә үҙ йылым тағы ла сағыуыраҡ, уңышлыраҡ булһын", — ти

Асҡын районы Урмияҙ ауылында йәшәүсе Ҡабан йылы вәкиле Альфира Әхмәтдинованы ауылдаштары уңған, яғымлы ҡатын-ҡыҙ булараҡ белә. Ул тормош иптәше Ансар ағай менән дүрт улға ғүмер биреп, тағы ике ҡыҙ баланы үҙ ҡанаттары аҫтына һыйындыра. Альфира апай һәр йылдан, һәр көндән тик яҡшылыҡтар ғына көтәм, ти. Быйылғы йыл да уның өсөн бик уңышлы булған. Улар иң бәләкәй улдарын да өйләндереп, матур итеп туй яһағандар. Ҡыҙы Регинаның бәпесе тыуған, йәштәр ипотекаға йорт та һатып алған.

— Үҙ йылым да тик бәхетле мәлдәр генә бүләк итер, тип ышанам. Иң мөһиме, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем иҫән-имен булһын, улдарым, килендәрем, ҡыҙҙарым бер-береһен яратып, хөрмәт итеп йәшәһен. Ә беҙҙең бурысыбыҙ — уларға һәр яҡлап ярҙам итеү.

Быйыл туғандарҙы, биш ҡоҙа-ҡоҙағыйымды ла саҡырып, 60 йәшемде билдәләргә уйлайым. Бының мәғәнәһен мин туғанлыҡ ептәрен нығытыуға булышлыҡ итеүҙә күрәм. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарымдың да парлы булып, тиң-тигеҙ йәшәүҙәренә һөйөнәм.

Ҡабан йылы һәр йортҡа, һәр ғаиләгә тик һөйөнөстәр, муллыҡ килтерһен, — ти бәхетле әсәй һәм өләсәй.
Читайте нас: