Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
11 Ғинуар 2019, 12:29

Ҡабан йылы вәкиле Миләүшә Бикбова 2019-ҙа бөтәһенә лә уңыштар теләй

Миләүшә Нәзиф ҡыҙы Бикбова Бөрө ҡалаһының 8-се мәктәбендә инглиз телен уҡыта. Һәр йылды ул ихлас күңелдән яңы өмөттәр менән ҡаршылай. Илдең тыныс булыуын, халыҡтың йәшәйеше яҡшырыуын теләй. Ҡабан йылы иһә тағы ла яҡыныраҡ уға. «Һәр әсәй кеүек ғаиләмдең бөтөн булыуын, улым Артурҙың Берҙәм дәүләт имтиханын яҡшы һөҙөмтәләргә тапшырып, үҙе теләгән уҡыу йортона уҡырға инеүен, ҡыҙым Иринаның эшләгән ерендә һынатмауын, яңы уңыштарға өлгәшеүен теләйем», — ти ул.
Читайте нас: