Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
2 Ғинуар 2019, 17:28

Уйнап-көлдө бар халыҡ


Һәр кемгә күңел күтәренкелеге бүләк иткән, бала саҡҡа әйҙәгән Рус ҡышы байрамында Асҡын район хакимиәте, үҙәк район дауаханаһы, мәғлүмәт үҙәге, "Күк сәскә" һәм 2-се балалар баҡсалары, Балалар сәнғәт мәктәбе, Ҡубияҙ ауылы мәҙәниәт йорто коллективтары ҡатнашты. Ҡыйғаҙы ауылынан да шәхсән ҡотларға тип, Ҡыш бабай килгәйне. Ҡар бабайҙар ейәнсәрҙәре менән халыҡты матур итеп ҡотланы, уйындар уйнатты, бергәләп бейеүгә лә йәлеп итте. Әлбиттә, бәләкәстәргә кәнфиттәр, бүләктәр ҙә тараттылар.
Читайте нас: