Театр йылы асылыуына, Мауза Латыпованың 70 йәше тулыуына арналған сара йыр-моңға бай булды. Бында мөнәжәт тә әйттеләр, эстрада йырҙары ла башҡарҙылар, бейеүҙәр ҙә булды. Әйткәндәй, сарала иң өлкән ҡатнашыусы Фәрзүнә Ильясоваға 77 йәш. Ул матур итеп бейеү башҡарҙы.