Кеше күп һөйләне һәм һөйләр ҙә,
Яҙғандар тип кенә телдә ҡалмаҫ,
Тағын-тағын булыр яҙмалар!
Мөхәббәт тураһында әйтер һүҙем!
Уға бәйле беҙҙең киләсәк.
Уны төптән дөрөҫ аңлағаны
Яфа күрмәй, сафа күрәсәк.
Күп кешенән мөмкин ишетергә,
“Көслө мөхәббәт тиң яҙғы осорға,
Күрер быны, тип һуҡыр ҙа.
Яҙғы осорҙа ерҙә йәшәрәләр
Йәмгә сума бөтөн тәбиғәте!
Берәр нәмә шул саҡ үләме?!”
Эйе, шулай: яҙғы осор матур.
Һоҡланабыҙ, булабыҙ ғашиҡ.
Тәбиғәткә ҡарап һүҙ бирәбеҙ:
“Ауырлыҡты еңеп йәшәйек”.
Ҡабат әйтәм: яҙҙы мин тиңләйем
Ғашиҡ булып ҡалған миҙгелгә.
Ә ул миҙгел — түгел бит мөхәббәт,
Икеһе бер түгел һиҙгергә.
Ә минеңсә, көслө мөхәббәтте
Тиңләү дөрөҫ алтын көҙ менән.
Уңыш йыйһаҡ әгәр, ниндәй күңел,
Балҡыйбыҙ беҙ ниндәй йөҙ менән?!
Көҙгө уңыш күктән килеп төшмәй,
Ел-дауылмы, боҙмо, ҡоролоҡмо?
Шуға табан күпме түҙемлек!
Миҫалымдағыса, мөхәббәт тә
“Ҡара көстө” еңә, йәшәтә.
Бер-береңә терәк һәр ваҡытта,
Күтәренке кәйеф, йәшнәтә.
Көслө мөхәббәттең көҙҙәгеләй
Һәр ваҡыт та була “емеше”,
Донъя бысрағынан йыуынырға —
Бер ҙә кипмәҫ саф, пак “инеше”.
Көслө саф мөхәббәт булған ерҙә
Ғаилә ныҡ була һәр ваҡыт,
Тормош эштәренә һәр ҡасан да
Тулы итеп “ҡапҡа” шар асыҡ.
Нисек кенә һаҡ кейһәк тә,
Һәр ҡылған эш, әйткән һүҙ.
Шөкөр итәйек, Хоҙай биргән
Зиһен — нигеҙ, саф тоторға
Бар сихәтен, йәмен, тәмен
Ныҡ “тамырлы” булһын ғына
“Донъялыҡтың күр һин йәмен,
Күрә белһәң булған йәмде,
Хис ләззәте һәр кемдең дә
Әйтә алмайым донъя йәмен,