Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
17 Декабрь 2018, 14:12

Балтастан Мөҡәтдис Сәмиевтың ижад емештәре менән таныш булығыҙ

“Барын да еңеп сығырһың, булһын ғына сабырлыҡ...”


Мөҡәтдис Сәмиев Балтас районының Көндәшле ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Аҡыллы, тәрбиәле, белемгә ынтылыусан, тырыш, уңған нәҫелдән ул. Бер туғандары юғары белемгә эйә булып, яуаплы вазифалар биләп, матур ғаилә ҡороп ғүмер кисерә. Мөҡәтдис Сәмиев та мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә, ләкин аяуһыҙ сир уның маҡсаттарын, хыялдарын селпәрәмә килтерә... Яратҡан ғаиләһе, ғәзиз балалары — ҡәҙерле ҡыҙҙарынан да айыра уны яҙмыш. Нәҡ шул ваҡытта — үҙәге өҙөлгәндә тыуа уның тәүге шиғырҙары. Тормош иптәше менән юлдары айырылыуға бағышланған тәүге шиғырын ул әле булһа яттан һөйләй. Яҙмыш һынауҙары йөрәгендә тәрән эҙҙәр уйһа ла, бирешмәй, сирҙе еңеп, йәшәргә тырыша. 94 йәшлек әсәһе менән бер-береһенә терәк тә, иптәш тә улар. Ҡулынан килгәнсә ҡыҙҙарына ярҙам итә. Шиғри күңелле шәхестең әрнеүҙәре, уйланыуҙары, йәшәйеш ҡанундары менән килешмәү фекерҙәре, замандаштарына әйтер һүҙҙәре аҡ ҡағыҙ биттәренә күсә. “Балтач таңнары” гәзите менән күп йылдар дауамында тығыҙ элемтәлә тора һәүәҫкәр шағир. Үҙнәшер юлы менән китабын сығарҙы, “Замандаш” Яңауыл яҙыусылар ойошмаһы баҫтырған әҫәрҙәр тупланмаһында, Балтас район хакимиәте ярҙамы менән донъя күргән йыйынтыҡтарҙа ла уның шиғырҙары баҫылып сыҡты. Ижади эҙләнеүҙәр, ынтылыш Мөҡәтдис Сәмиевҡа яҙмыш һынауҙарын уҙып йәшәргә көс бирә. Мосолман ҡанундарын ихлас үтәп, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып, район шағирҙары һәм яҙыусыларының әҙәби түңәрәгендә үҙ ҡарашын белдереп йәшәгән замандашыбыҙға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!
Ныҡлы аҙым уңышҡа

Еңеү килер һәр ваҡыт та

Эшләһәң ең һыҙғанып,

Көстәреңде бер ҡасан да

Тормаһаң һин ҡыҙғанып.

Еңеү булғас, була уңыш —

Башлағандың аҙағы.

Был осраҡта ситтә тора

Булған булһа ғазабы.

Онотолоуҙы аңлатмай

Тора, тип әйтеү, ситтә.

Нәмәләр һин кисергәнһең,

Барыһы була иҫтә.

Еңеү килеп, булғас уңыш,

Хис ләззәте үрелә.

Күргән хәсрәт, сиккән ғазап

Ваҡытлыса “күмелә”.

Онотмайса һәр миҙгелдә

Уйлап ҡылһаң кәрәген,

Теләп алмаҫһың ҡайғыны,

Өҙгөләнмәҫ йөрәгең.

Ваҡытлыса аҫта, тигән,

Һин күргән хәсрәт-ғазап.

Мәңгелеккә аҫта ҡалыр,

Булыр гел шатлыҡ аҙаҡ.
Читайте нас: