Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
12 Декабрь 2018, 14:26

Асҡында етем балаларға торлаҡ асҡыстары тапшырылды

Асҡын район хакимиәте башлығы Фларит Усманов етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға торлаҡ асҡыстары тапшырҙы. Фларит Фоат улы Яңы Бағаҙы ауылынан Илфат Денисламовҡа, Солтанбәктән Розалия Фахрьяноваға, Билгештән Регина Зағафурановаға, Табаҫҡытамаҡтан Юлиә Ғәлиеваға тормошта үҙ урындарын табып, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләне.

Район хакимиәте тарафынан уларға йәшәү өсөн Асҡын ауылынан торлаҡ бирелде.

Әйткәндәй, Асҡын районында йыл башынан ошо категорияға ҡараған ете бала торлаҡ менән тәьмин ителде. Был маҡсатта алты миллиондан ашыу аҡса бүленгән.
Читайте нас: