Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
30 Ноябрь 2018, 18:35

Балтас районы Түбән Ҡарыш ауылында Мәүлит байрамына йыйылдылар

Был изге сара 2008 йылда асылған “Яңы тормош” мәсетендә үтте. Ә мәсет төҙөлөүенә халыҡ ошо ауылда тыуып үҫкән булдыҡлы ир уҙаманы Ринат Ғәлимовҡа рәхмәтле. Мәүлит байрамында ҡатнашыу сауап икәнен белгәнгә, бик күп халыҡ йыйылған.


Мәсеттең имам-хатибы Ғәйнулла Бәҙретдинов был көндө пәйғәмбәр хөрмәтенә салауаттар әйтеү, уның рухына бағышлап доғалар ҡылыу, ихласлыҡ күрһәтеү сауаплы эш икәнлеге тураһында һөйләне. Юғары Ҡарыш ауылы имам-хатибы Фәнәүи Ғаббасов та халыҡты иманлы булырға саҡырҙы, изге теләктәр теләне. Сарала мөнәжәт әйтеүселәр, балалар тәрбиәләүҙә әсәйҙәрҙең роле тураһында һөйләүселәр булды. Ошо мәсеттә дини белем алған бер төркөм мөслимәләр Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең аяныслы тормошон бәйән итте, салауат та әйтте.

Мәүлит байрамына Иҫке Балтас ауылының “Ихлас” төркөмө мөнәжәтселәре лә саҡырылғайны.

Сарала бик күптәр сығыш яһаны. Һәр мөнәжәт, бәйет әйткән, телмәр тотҡан кеше пәйғәмбәребеҙ күрһәткән юлдан барыусылар артһын, тормошобоҙ имен булһын, мәсеттәрҙән аҙан тауышы яңғырап торһон

, тигән теләктәрен белдерҙе.

Читайте нас: