Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
30 Ноябрь 2018, 17:50

Асҡындар район хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итте

Асҡын ауылының Көнсығыш урамы халҡы район хакимиәте башлығына урамға газ үткәреүҙә ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Улар үҙҙәренең хатында урамдың яртыһына газ үткәрелгәнлеге, ә ҡалған яртыһында газ юҡлығы тураһында яҙа. Өйҙәр күбеһенсә электр менән йылытыла.

“Ҡышын, электр уты һүнгән саҡта, өй һыуына. Беҙҙең урамда күп балалы ғаиләләр байтаҡ, мәктәпкәсә йәштәге, мәктәптә уҡыған балалар күп. Беҙ балаларыбыҙҙың йылы, уңайлы шарттарҙа үҫеүен теләйбеҙ”, — тиелә мөрәжәғәттә.

Һорауға район хакимиәте башлығының йәшәйеште тәьмин итеү һәм төҙөлөш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Вадим Мөғтәбәров аңлатма бирҙе. Үткән йылда “Башҡортостан Республикаһы Асҡын районының Асҡын ауылында газ үткәреү селтәре төҙөлөшө” (2-се этап) объекты буйынса проектлау эше тамамланған һәм дәүләт экспертизаһының ыңғай һөҙөмтәһе алынған. Ошо проектҡа Көнсығыш урамына ла газ үткәргес төҙөлөшө индерелгән.

Ағымдағы йылда Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына ошо атап үтелгән объектты Республика адреслы инвестиция программаһына индереү тураһында яңынан заявка ебәрелгән. Мәсьәлә ыңғай хәл ителгәндә һәм республика бюджетынан кәрәкле аҡсалар бүленгән хәлдә объектты 2019 йылда төҙөй башлау күҙ уңында тотола.
Читайте нас: