Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
30 Ноябрь 2018, 13:06

Ҡариҙел районы Абдулла ауылынан Эльвера Мөхитова һөнәренә тоғро. Ул 28 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй

Эльвера Борис ҡыҙы ысын күңелдән балаларҙы ярата, һөнәренә бар тырышлығын һала. Ул бәләкәстәргә тәрбиә биреүҙә, әйләнә-тирәне танып белеүҙә төрлө алымдар ҡуллана. Үҙ эшендә балаларҙың ижади һәләттәрен асыу, уларҙы үҙ аллылыҡҡа өйрәтеү, рухи донъяларын байытыу иң мөһиме, тип иҫәпләй. Балалар ҡыҫҡа әкиәттәр, хикәйәләр һөйләргә өйрәнә, тамашалар ҡуя. Улар байрамдарҙа ата-әсәләр, тиҫтерҙәре алдында сығыш яһай.
— Тәрбиәсе һөнәр генә түгел, ул күңел торошо, бар булмышың. Балаларҙың шат, эскерһеҙ йөҙөнә ҡараһаң, донъяны сағыу, яҡты, яҡшы итке килә, — ти Эльвера Борис ҡыҙы. — Ата-әсәләр менән эшләү — эшмәкәрлектең иң ауыр һәм мөһим өлөшө. Беҙҙең улар менән дуҫтарса мөнәсәбәт яйға һалынды, бергәләп йыйылыштар, әңгәмәләр, байрамдар үткәрәбеҙ.

Һәләтле тәрбиәсе хеҙмәттәштәре араһында ла абруй һәм ихтирам ҡаҙанған. Ниндәй генә осраҡта ла унан ярҙам-кәңәш һорарға мөмкин, изге күңелле, асыҡ, тиҙәр Эльвера Мөхитова тураһында.

Ғаиләһендә лә бәхетле ул. Тормош иптәше Азат Мөхәмәт улы менән өс бала: Әлзирә, Аделина һәм Азаматты тәрбиәләйҙәр. Мөхитовтар үҙҙәренең ҙур матур өйөндә ғүмер итә. Хужабикә аш-һыуға, ҡул эшенә оҫта.
Читайте нас: