Мишкә ауылында йәшәүсе Рүсә Рәйес ҡыҙы Әхмәҙиева заман менән бергә атлаған, ижади фекерләүсе, шәхси эшен уңышлы алып барған тырыш, сәмле ҡатын-ҡыҙ. Балаларына терәк-таяныс, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй ҙә ул.
Рүсә Рәйес ҡыҙы мәктәп йылдарында яҙыу-һыҙыуға, тегеүгә оҫта була. Шуға күрә лә Оло Шаҙыла һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфөлә һөнәри училищеға уҡырға инә. Ике йылдан тегеүсе һөнәренә эйә булып, тыуған яғына ҡайта. Маҡсатына ышаныслы аҙымдар менән барыусы Рүсә Әхмәҙиева үҙ эшен асып, уңышлы эшҡыуар булып китә. Белемен камиллаштырып, кейем бесеүсе-универсал булараҡ яратҡан эшен дауам итә. Бар күңел йылыһын һалып матур, ҡупшы әйберҙәр тегә.
— Ун ете йыл тегеүсе булып эшләнем. Был һөнәрҙе үҙләштергәнгә бер ҙә үкенмәйем. Бындай белеме булған кеше бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаҫ, — ти Рүсә апай.
Тормош иптәше вафат булғас, ике ҡыҙ баланы тәрбиәләү, уҡытыу, мал, ҡош-ҡорт аҫрау, бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәре уның иңендә була. Шулай ҙа бирешмәй йәш ҡатын. Киреһенсә, ауырлыҡтар уны сыныҡтыра, тағы ла көслөрәк булырға ярҙам итә. 2000 йылда, ул эшләгән ойошма көрсөккә төшөп, ябыла. Тиҫтәләгән кеше эшһеҙ ҡала. Тик ултырып булмай, өйҙә ике бала. Шул ваҡытта Рүсә Рәйес ҡыҙы үҙ эшен асып ебәрә. Шәхси эшҡыуар кейем-һалым һатыу менән шөғөлләнә. Әлбиттә, барыһы ла еңел бирелмәй... Бик ауыр ваҡыттар була... Ҡышҡы сатлама һыуыҡтар, буранлы көндәрҙә баҙарҙа һатышыу үҙәгенә үтә.
— Ғүмер буйы балаларым өсөн тырыштым. Улар кеше араһында кәм булмаһын, мин кисергәнде күрмәһен, тинем. Аллаға шөкөр, икеһе лә юғары белем алып, яратҡан һөнәрҙәренә эйә булды, — ти ул. Оло ҡыҙы Әлфиә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, провизор һөнәрен үҙләштерә. Кесе ҡыҙы Ильвина Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағандан һуң, икенсе юғары белем алыу маҡсатында, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә. Ҡыҙҙары ла әсәләренә оҡшап тырыш, ныҡышмал, эшһөйәр. Бөгөн Әлфиә тормош иптәше Илмир менән Самира исемле ҡыҙ һәм Ислам исемле малай үҫтерә. Йәш ғаилә Өфө ҡалаһында йәшәй.
Рүсә Рәйес ҡыҙы киң күңелле, оло йөрәкле кеше. 2013 йылда бер туған ҡустыһын яман сир араларынан алып китә. Ҡустыһының ҡараусыһыҙ ҡалған 11 йәшлек малайы Эмилде тәрбиәгә ала. Рүсә апай уға бар күңел йылыһын бирә. Тырышлығы бушҡа булмай: Эмиль уның ярҙамсыһына әүерелә, уҡыу яғынан да тартыла. Туғыҙынсы класты уңышлы тамамлағандан һуң Өфө ҡалаһының йылға транспорты училищеһына уҡырға инә.
Рүсә Рәйес ҡыҙы 2006 йылдың декабрендә үҙенең “Нур” исемле магазинын аса. Яңы эш урындары булдырып, күп кенә кешене эш менән тәьмин итә. Һәр клиент менән уртаҡ тел таба, уларға кейем һайлашырға ярҙам итә. Тырыш эшҡыуар теүәл алты йылдан магазинын тағы ла ҙурайтып, ир-егеттәр өсөн кейем-һалым бүлеге аса. Ул район сараларында, һабантуйҙарҙа йыл да бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, үҙе лә әүҙем ҡатнаша.
Уңған ҡатындың донъяһы ла балҡып тора.Гөл-сәскәгә күмелгән ихатаһы, баҡса тултырып үҫкән йәшелсә-емеше, өй эсендәге бөхтәлек уның тынғыһыҙлығы тураһында һөйләй. Ейән-ейәнсәрҙәр өсөн яратҡан өләсәләре йортона ҡайтыу ҙур шатлыҡ. Йәмле йәй көндәрендә балалары, ейәндәре менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә, ҡышын бергәләп тау шыуырға ярата Рүсә апай. Тиҙҙән Рүсә Әхмәҙиева күркәм юбилейын билдәләй. Тормош уға ике “бишле” ҡуя. Алдағы көндәрҙә иҫәнлек-һаулыҡ, күңел тыныслығы, балалар бәхете насип булһын үҙенә.