Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
26 Ноябрь 2018, 18:56

Асҡындар Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың “Вконтакте” социаль селтәрендәге аккаунтына район кешеләренән мөрәжәғәттәр бар. Уларҙың барыһына ла район хакимиәте етәкселеге төплө итеп яуап бирҙе.

Һорау: Ҡасан район үҙәгенең балалар баҡсаларында урын буласаҡ?

Яуап: Беҙҙең районда 3-тән 7 йәшкә ҡәҙәрге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәтенә ихтыяж тулыһынса ҡәнәғәтләндерелгән. Юлламалар электрон сиратта (https://edu-rb.ru) тәртибендә бирелә. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сират: 0-дан 3 йәшкә ҡәҙәр — 207 бала, шул иҫәптән 3 йәшкә ҡәҙәр — 90 бала. Яңы 2019-2020 уҡыу йылына Асҡын ауылының “Күк сәскә”, “Ҡояшҡай”, балалар баҡсаларының 130 бала ҡабул итергә мөмкинлеге бар.
Читайте нас: