Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
26 Ноябрь 2018, 16:46

Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында мөһим йыйылыш үтте

Ҡарткиҫәк ауылы халҡы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында уңышлы ҡатнашып, бер нисә тапҡыр еңеп сыҡты. 2017 йылда әүҙемлектәре һөҙөмтәһе булып, мәктәп түбәһе яңыртылды, тәҙрәләр алмаштырылды. 2018 йылда ауыл мәҙәниәт йортона ремонт яһалды. Ә ошо көндәрҙә был программала ҡатнашыу буйынса йомғаҡлау йыйылышында ҡарткиҫәктәр башланғыс кластар уҡыған бинаны ремонтларға ҡарар итте.
Читайте нас: