Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
23 Ноябрь 2018, 16:31

Йылыраҡ кейенегеҙ: һыуыта

Ял көндәрендә -25 градусҡа тиклем һыуыта. Был хаҡта республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы хәбәр итә.

Аҙна һуңында һәм ял көндәрендә республика биләмәһендә циклоник процестар йәнә әүҙемләшә. Ваҡыты менән ҡар яуыуы көтөлә. Шулай уҡ елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем көсәйгәндә буран сығыуы ихтимал. Ҡар яуғанда һәм буран сыҡҡанда юлдарға көрт һалыуы күҙәтелә, был иһә автотранспорттың хәрәкәт итеүен ҡатмарлаштыра.

Өшөмәгеҙ, ауырымағыҙ, оҙон юлдарға сыҡҡанда һаҡ булығыҙ.
Читайте нас: