Флидә Фәтхиева сығышы менән Асҡын районы Баҙансат ауылынан. Әлеге ваҡытта Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында йәшәй, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында уҡытыусы-логопед булып эшләй. Буш ваҡыттарында шиғырҙар яҙа. Әсәйҙәр көнө алдынан Флидә Фәрит ҡыҙының бер нисә шиғырын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.
Ергә һалҡын көҙҙәр килде,
Күңел борсоуҙарын ал һин,
Һағыныуҙарҙы, һағыштарҙы,
Ҡыштар етер, ҡар ҙа яуыр,
Туҡтайбыҙ ҙа зыярат буйына...
Тәрән ҡарҙы йыра-йыра кереп
Үҙем илайым, үҙем алға атлайым,
Күңелемдән генә доға уҡыйым.
Бар булмышым менән йыраҡ ҡалған
Хәтирәләр тураһында уйлайым.
Һинһеҙ генә Яңы йылдар етә,
Һинһеҙ генә ҡарҙар яуалар.
Һинһеҙ генә ҡоштар ҡайта-китә,
Йәйҙәр, яҙҙар һинһеҙ киләләр.
Әсәйем-бәғерем, һиңә әйтер һүҙҙәр,
Серҙәр инде бик күп йыйылған.
Күңелдәрҙән ташып сыҡҡан хистәр
Күҙ йәштәре булып түгелгән.
Яңы йылдан мөғжизәләр көтөп
Бер Яңы йыл һине алып беҙҙән
Илтеп һалды ерҙең ҡуйынына.
Ошо байрам етһә өр-яңынан
Алып ҡайта һин бар саҡтарға.
Иҫкә төшә һинең әйткән һүҙҙәр,
Теләктәрең, йылы ҡарашың.
Донъялыҡта һәр саҡ терәк булған,
Кәрәк булған өгөт-кәңәшең.
Һинең көслө рухың маяҡ булып
Әйҙәй беҙҙе тормош үренә.
Тик ниңә һуң, әсәйем, беҙгә ҡаршы
Сыға алмайһың ҡапҡа төбөнә.
19 йыл юҡ шул һин арала —
70 йәштә әле ҡайһы берҙәр
Ҡабат һөйә, ҡабат өйләнә.
Белеп булмай Хоҙайҙың тәҡдирен
Кемгә күпме ғүмер бирелә.
Урамда күрһәм һиндәй апайҙарҙы
Уйҙарымда һине олоғайтам,
Йәш әле һин бары хәтерҙә.
Әбейҙәрсә яулыҡ та бәйләтәм,
Аҡрын-аҡрын һине атлатам.
Ишектәрҙән һине индерәм...
Былар бар ҙа хыялда ғына бит —
Булмай инде улай эшләтеп.
Һинең менән тик төштәрҙә генә
Һөйләшептәр була, осрашып.
Рәнйеп ятма, әсәйем, бер үк кенә,
Һис кенә лә һине онотмайым.
Бөйөк Әсә исеме менән һине
Йырҙарымда һәр саҡ ҙурлайым.
Ул донъяның ожмах ҡошолор һин,
Һағындым, тип барып күреп булмай,
Теге донъяларға юлдар юҡ.
Доға юллайым әрүахтар иленә,
Тыныс булһын ятҡан ерҙәрең.
Барып ирешһендәр теләктәрем —