Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
23 Ноябрь 2018, 11:52

Ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! 

Һеҙҙе ысын күңелдән иң гүзәл байрамдарҙың береһе – Әсә көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Һәр быуын өсөн әсә мөхәббәт һәм наҙлылыҡ, изгелек һәм шәфҡәтлелек өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булып тора. Әсәйҙең һиҙгер йөрәге, күңел йылыһы беҙҙе яҙмыштың аяуһыҙ елдәренән, ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан һаҡлай.

Әсә булыу – яуаплы һәм изге бурыс. Ул балаға бишек йырҙары аша әхлаҡ нигеҙҙәрен, рухи ҡиммәттәрҙе һеңдерә, изге эштәргә фатиха бирә. Әсәйҙәр өй йылыһын, ғаилә ҡотон һаҡлап ҡына ҡалмай, ир-егеттәр менән бер рәттән бик күп өлкәлә тырышып хеҙмәт итә.

Һөйөклө әсәйҙәр! Һеҙгә балаларығыҙҙың уңыштарына һөйөнөп, һәр ваҡыт шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Үҫеп етеп, улар һеҙгә үҙегеҙҙән алған изгелек һәм наҙ менән генә яуап бирһен. Йорттарығыҙҙа һәр саҡ үҙ-ара аңлашыу, именлек, муллыҡ булһын, йөҙҙәрегеҙ бәхеттән балҡып торһон! Байрам көнөндә бөтә уй-теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!

“Йәнтөйәк”тәр.
Читайте нас: